Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Сентябрь 2023, 12:10

Республикала 2024 йылға халыҡтың йән башына йәшәү минимумы күләме билдәләнде

Башҡортостанда йәшәү минимумы күләме үҙгәрә.

Республикала 2024 йылға халыҡтың йән башына йәшәү минимумы күләме билдәләнде
Республикала 2024 йылға халыҡтың йән башына йәшәү минимумы күләме билдәләнде

2024 йылдың 1 ғинуарынан республикала бер кешегә йәшәү минимумы 13 576 һум тәшкил итергә тейеш (хәҙер—   12 650 һум). Эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы 1008 һумға арта (14 798 һумға  еткерелә). Пенсионерҙарға — 12 470 һум (+ 480 һум), балалар ға 13 169 һум (+ 898 һум) була. Бындай күрһәткестәр киләһе йылдың аҙағына тиклем ғәмәлдә ҡала.

Шулай итеп, граждандарҙың төрлө категориялары өсөн йәшәү минимумы 4% алып 7,3% тиклем арттырыла.

Халыҡтың йән башына һәм айырым социаль-демографик төркөмдәргә йәшәү минимумының яңы күләме Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән билдәләнгән. Документ республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Бынан алдараҡ «Башинформ» 2024 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә минималь хеҙмәт хаҡының 18,5 процентҡа артасағын хәбәр иткәйне.

https://bash.bashinform.ru/news/economy/2023-09-11/respublikala-2024-yyl-a-haly-ty-y-n-bashyna-y-sh-minimumy-k-l-me-bild-l-nde-3430088

Автор:Т. Баһауетдинова әҙерләне
Читайте нас: