Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Сентябрь 2023, 11:55

Бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы арта - Рәсәй Хөкүмәте бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡына өҫтәмә рәүештә 30 миллиард һум бүлә

Бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәреүгә өҫтәмә рәүештә 30 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә, тип хәбәр итте федераль хөкүмәт ултырышында уның етәксеһе Михаил Мишустин. Тулыраҡ – артабан.

Бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы арта - Рәсәй Хөкүмәте бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡына өҫтәмә рәүештә 30 миллиард һум бүлә
Бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы арта - Рәсәй Хөкүмәте бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡына өҫтәмә рәүештә 30 миллиард һум бүлә

Был аҡса мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, фән һәм мәҙәниәт дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең айырым категориялары өсөн тәғәйенләнгән.

Дөйөм алғанда, бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы фонды йыл башынан уҡ арттырылған.

Үткән аҙнала стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса совет ултырышы барышында Рәсәй президенты Владимир Путин бындай белгестәрҙең эш хаҡын арттырыуға иғтибарҙы кәметергә ярамағанын билдәләне, тип иҫкә төшөрҙө премьер-министр.

https://bash.bashinform.ru/news/politics/2023-09-01/r-s-y-h-k-m-te-byudzhet-he-m-tk-r-rene-esh-ha-yna-t-m-r-esht-30-milliard-um-b-l-3415380

 

 

Автор:Т. Баһауетдинова әҙерләне.
Читайте нас: