Иҡтисад
29 Августа 2023, 07:05

Бензинға хаҡ тағы артҡан...

Башҡортостанда бер йәйҙә ун беренсе тапҡыр бензин ҡиммәтләнгән. Күпмегә? Тулыраҡ – артабан.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бензинға хаҡ тағы артҡан...Бензинға хаҡ тағы артҡан...
Бензинға хаҡ тағы артҡан...

Бөгөн, 29 августа, водителдәр «Башнефть» заправкаларында бензинға хаҡтарҙың үҙгәреүен билдәләне. Бер йәйҙә яғыулыҡ ун беренсе тапҡыр ҡиммәтләнә. АИ-100-К5 маркалы бензин - 62,65 һум, ATUM-95 өсөн 52,95 һум түләргә кәрәк, АИ-92-нең хаҡы үҙгәрмәгән - 48,80, ATUM-92 «Класс 5» 30 тингә ҡыйбатланып, 49,90 һум билдәһендә туҡтаған, дизель яғыулығының хаҡы шул килеш ҡалған - 58,20 һум.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған аҙнала «Башнефть» яғыулыҡҡа хаҡтарҙы күтәргәйне инде. Шулай итеп, 1 июндән АИ-100 - 3,7 һумға, ATUM-95 - 2,8 һумға, АИ-92 - 2,25 һумға, ATUM-92 - 2,65 һумға, дизель яғыулығы  1 һумға артҡан. Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан бензинға хаҡтарҙың үҙгәреүенең сәбәбе хаҡында хәбәр иткәйнеләр. Ведомствола быны яғыулыҡтың ошо төрөнә биржа хаҡтарының артыуы менән бәйләйҙәр.

https://bash.bashinform.ru/news/economy/2023-08-29/bash-ortostanda-ber-y-y-un-berense-tap-yr-benzin-imm-tl-ng-n-3410562

(Фото асыҡ сығанаҡтан алынды).

 

Автор:Т. Баһауетдинова әҙерләне.