Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Май 2023, 09:50

Донъя тәүәккәлдәр ҡулында

Ысын ғынаһы ла шулай: тәүәккәлдәр бөгөн эшле, ғаиләләре ҡараулы, донъялары бөтөн. Иҫке Собханғолда йәшәүсе Ҡыпсаҡ (Әбделмәмбәт ауылы) сығышлы эшҡыуар Айҙар Рауил улы Яхин хаҡында ла ошоно әйтергә мөмкин.

Донъя тәүәккәлдәр ҡулында
Донъя тәүәккәлдәр ҡулында

- Эш хаҡтары ваҡытында түләнмәгәнерәк осор – ғаиләне аҫрар, балаларҙы тәрбиәләр, уҡытыр, кеше итер кәрәк – нәҡ ошо мәлдә тәүәккәлләй ҙә инде Айҙар үҙ эшен асырға.
Һәм яңылышмай. Бөгөн Айҙар менән Эльвира Яхиндарҙың район үҙәгендә ике һатыу нөктәһе бар. Дүрт кешене эшле итеп, эш хаҡы түләп, отпуск биреп торалар. Баҙал биҫтәһендә матур итеп донъя ҡорғандар. Ғаилә бизнесы булғас, ял көндәрендә улдары Артур ҙа һатыусылыҡ итә – баланы әҙергә бәҙер өйрәтмәүгә бер етди сәбәп.
Бағыусылыҡ эшенә лә битараф түгел Айҙар – беҙҙең “Таң” гәзитенә лә подписка осоронда ярҙам итеп тора. 

Тулы вариант гәзиттең 21-се һанында.

Автор:Айһылыу Ғарифуллина
Читайте нас: