Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Апрель 2023, 09:35

Вадим Бөрйән ҡорттарын һаҡлау буйынса шәп эштәр алып бара!

-Үҙемдең ҡорттарҙы ҡышлауҙан уңышлы сығарып, эштәрҙе тамамлағас, райондағы ҡортсоларҙың да хәлен белеү маҡсатында үҙебеҙҙең ҡортсо егет Сайфутдинов Вадимға йүнәлдем, - тип хәбәр итә район хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңлеәхмәт улы Манапов. Ә урманда умарталыҡ тотоусы Вадим бик яҡшы яңылығы менән бүлешкән. Тулыраҡ (һәм фотолар) – артабан.

Вадим Бөрйән ҡорттарын һаҡлау буйынса шәп эштәр алып бара!
Вадим Бөрйән ҡорттарын һаҡлау буйынса шәп эштәр алып бара!

-Уҙған йыл ҡортсолар өсөн бик яҡшынан булманы, шулай булыуға ҡарамаҫтан, Вадимдың ҡорттары ҡышты яҡшы сыҡҡан, падеж (ҡорттарҙың үлем осрағы) 2,5 процент тәшкил итә. Был күрһәткес насар түгел, тип иҫәпләйем. Ул ҡорттарын ҡышлауға тышта саф һауала ҡалдыра. Тик бындай шарттарҙа рус тоҡомло ҡорттарын ғына ҡышлатып була. Үҙе әйтеүенсә, ҡорттарҙың үлем осрағы тағы ла әҙерәк булыр ине, әммә тумыртҡа һәм шәшке үҙ өлөшөн индереп өлгөргән.
Вадим күберәк өҫтөнлөктө продуктив һәм тыныс ҡорттарға бирергә тырыша.Үткән йылда ул 312 бал ҡорто пакеты һәм 470 аталанған инә һатҡан. Быйылғы йылда 200 бал ҡорто пакетын һатыуға сығарырға иҫәп тота, 80-ен район ҡортсоларының алырға мөмкинлектәре бар. Шулай уҡ 12 көн аша 300-350 аталанған инәләрҙе һатыуға сығарырға планлаштыра. Тәүге партияны 25 майға әҙерләй, әммә ул партия әлеге мәлдә тулыһынса һатып бөтөлгән. Икенсе партия июнь айында була, алырға теләүселәр Вадимға мөрәжәғәт итә ала.
Вадим һымаҡ егеттәр тағы ла күберәк булһа, районды, республиканы Бөрйән бал ҡорто менән тәьмин итеүе еңелерәк һәм ҡырҙан тоҡомо билдәле булмаған, ауырыу ҡорттарҙы индермәүгә ҙур этәргес булыр инее, - ти Ғәзиз Миңлеәхмәт улы.

Вадим Бөрйән ҡорттарын һаҡлау буйынса шәп эштәр алып бара!
Вадим Бөрйән ҡорттарын һаҡлау буйынса шәп эштәр алып бара!
Вадим Бөрйән ҡорттарын һаҡлау буйынса шәп эштәр алып бара!
Вадим Бөрйән ҡорттарын һаҡлау буйынса шәп эштәр алып бара!
Автор:Т. Баһауетдинова
Читайте нас: