Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Март 2023, 15:00

Экспортты арттырыу – мөһим йүнәлеш

Өс йылда экспорт күрһәткесе 2,5 тапҡырға артҡан    

Ауыл хужалығы тармағын үҫтереү өсөн агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспортын арттырыу мөһим, тине Башҡортостан вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

– Башҡа төбәктәр бер урында туҡтап ҡалмай, улар ҙа етештереүҙе үҫтерә. Шуға күрә продукцияны ситкә һатыу, экспортлау өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып ҡала, әлбиттә – тине ул.

Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, сит ил баҙарҙарының үҙ традициялары, үҙенсәлектәре бар. Мәҫәлән, Иранда, Ҡытайҙа ҡарабойҙайға ихтыяж юҡ. Йәки Иранға бал кәрәкмәй, ул бал етештереү буйынса алдынғылыҡты яулай. Шул уҡ ваҡытта был илдәргә бойҙай, арыш, ҡыҙыл ит (һыйыр, һарыҡ ите), көнбағыш майы кәрәк.

Башҡортостандан Ҡытайға рапс, көнбағыш майы оҙатыла, етен майына ихтыяж бар. Башҡортостан вице-премьеры – ауыл хужалығы министры быйылдан республикала етен эшкәртә башлау тураһында белдерҙе. 

Мәғлүм булыуынса, илдә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыла. 2022 йыл йомғаҡтары буйынса республиканың агросәнәғәт предприятиелары сит илдәргә 290 миллион долларлыҡ 400 мең тоннанан ашыу төрлө продукция оҙатҡан. Өс йылда экспорт күрһәткесе 2,5 тапҡырға артҡан.

 

Фото: contenta.info

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/424591#scroll 

Автор:
Читайте нас: