Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Ғинуар 2023, 09:00

Әсәлек капиталының күләме арта

Ағымдағы йылдың 1 февраленән Әсәлек капиталының күләме арта. Күпмегә? Яуап – сайтта.

Әсәлек капиталының күләме арта
Әсәлек капиталының күләме арта

Ағымдағы йылдың 1 февраленән Әсәлек капиталының күләме тәүге балаға – 587 мең һум, икенсеһенә – 775,6 мең тәшкил итәсәк.

«Социаль түләүҙәрҙе индексациялау хаҡы 2023 йылдың 1 февраленән 11,9 процент, 152,4 миллиард һум тәшкил итәсәк. Индексация бала ҡарау буйынса пособиеға, инвалидтар, ветерандар һәм Чернобыль фажиғәһе инвалидтарының пенсияһына, страховка түләүҙәренә ҡағыласаҡ», — тиелә рәсми сығанаҡта

Шулай уҡ Рәсәй Президенты Владимир Путин быйыл Рәсәй хөкүмәтенә минималь эш хаҡын инфляция кимәленән юғарыраҡ күтәреү бурысын йөкмәтте.
https://www.bashinform.ru/news/social/2023-01-19/stal..

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: