+12 °С
Болотло
Башҡортостанда 2022 йылдың туғыҙ айында уртаса айлыҡ номиналь иҫәпләнгән эш хаҡы 46 827 һумдан артҡан, дөйөм алғанда, өсөнсө кварталда — 49 231 һум. Был 2021 йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 15,6 һәм 20,2 процентҡа күберәк.
Ләкин реаль иҫәпләнгән эш хаҡы, уҙған йылдың ғинуар-сентябре менән сағыштырғанда 0,2 процент һәм 2021 йылдың өсөнсө кварталы менән сағыштырғанда 4,8 процент тәшкил иткән, тип белдерҙе республика статистиктары.
(“Башинформ” мәғлүмәттәре файҙалланылды).