Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Октябрь 2021, 16:10

НӘБИҘӘГЕ КҮПЕРҘЕ ОШО ЙЫЛДЫҢ НОЯБРЕНДӘ ТАПШЫРЫРҒА ҠУШЫЛДЫ

Бөгөн республика етәксеһе Радий Фәрит улы Хәбиров эш сәфәре менән Бөрйәнгә килде. Ул сәфәрен Нәби ауылында башланы.

НӘБИҘӘГЕ КҮПЕРҘЕ ОШО ЙЫЛДЫҢ НОЯБРЕНДӘ ТАПШЫРЫРҒА ҠУШЫЛДЫ
НӘБИҘӘГЕ КҮПЕРҘЕ ОШО ЙЫЛДЫҢ НОЯБРЕНДӘ ТАПШЫРЫРҒА ҠУШЫЛДЫ

Бөгөн республика етәксеһе Радий Фәрит улы Хәбиров эш сәфәре менән Бөрйәнгә килде. Ул сәфәрен Нәби ауылында башланы.

Нәби ауылының ике яғын тоташтырыусы күпер 2012 йылда төҙөлә башлаған. «Стройтехгрупп» ЯСЙ-һы үҙенең йөкләмәһен үтәмәү сәбәпле, уның менән килешеү өҙөлә.

2014 йылда «УралДорСтрой» ЯАЙ-һы менән яңы килешеү төҙөлә. Ләкин ул да был эште аҙағына еткерә алмай.

2019 йылдан күперҙе төҙөү эштәренә «Уралмостострой» АЙ-һы тотона. Ләкин күперҙе төҙөүҙә етешһеҙлектәр табылып, уны сафҡа индереү һуҙыла.

Радий Хәбиров ай дауамында күперҙе ҡабул итеү буйынса барлыҡ эштәрҙе тамамларға ҡушты. Күпергә ингән ерҙә сикләү билдәләре ҡуйыласаҡ.

-Ноябрь уртаһына күпер йәйәүлеләр өсөн дә, еңел автомобилдәр өсөн дә асылырға тейеш, - тип билдәләне республика етәксеһе.

Радий Фәрит улы шулай уҡ газ үткәреү мәсьәләләре буйынса ла һорауға яуап биреп, газ кешеләрҙең йәшәгән участкаларына тиклем бушлай үткәрелергә тейеш икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Нәбиҙә шулай уҡ ярҙарҙы нығытыу мәсьәләһе лә күтәрелде. Сөнки ташҡын ваҡытында йыуылып, яр хәҙер өйҙәргә яҡынлашҡан. Р. Хәбиров Экология министрлығына ярҙарҙы нығытыу буйынса проект эшләргә ҡушты.

Бынан тыш, урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләһе лә күтәрелде. Республика етәксеһе вакцинациялау барышы менән дә ҡыҙыҡһынып, бының бөгөнгө коронавирус шашҡан ваҡытта бик мөһим икәнлеген билдәләне.

 

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: