Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Июнь 2021, 09:20

ШҮЛГӘН МӘМЕРЙӘҺЕ – БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ИҢ ИҪТӘЛЕКЛЕ УРЫНЫ!

“Башҡортостандың төп иҫтәлекле урыны – Шүлгәнташ мәмерйәһе” -Санкт-Петербургтағы халыҡ-ара иҡтисади форумда губернаторҙарҙан алынған блиц-һорауламала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров шулай тип яуап биргән. Тағы ла...

“Башҡортостандың төп иҫтәлекле урыны – Шүлгәнташ мәмерйәһе” -
Санкт-Петербургтағы халыҡ-ара иҡтисади форумда губернаторҙарҙан алынған блиц-һорауламала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров шулай тип яуап биргән. Тағы ла...

-Республикала иҫтәлекле урындар бик күп, мин уның буйынса бары тик үҙемдең фекеремде генә әйтә алам. Үҙемдең барлыҡ дуҫтарыма, таныштарыма: “Башҡортостанға килегеҙ, мин һеҙгә 17 мең йыл элек ҡаяларға төшөрөлгән һүрәттәр һаҡланған уникаль Шүлгәнташ мәмерйәһен күрһәтәм. Ғәмәлдә, тәүтормош кешеһе ултырып, бынан 17 мең йыл элек Башҡортостандың тауҙары һәм далалары буйлап йүгереп йөрөгән хайуандарҙы һүрәткә төшөргән, тип әйтәм”, - тигән.
Республика Башлығы йәнә, ҡымыҙ, ҡаҙ һәм бал – Башҡортостандың иң тәмле ризыҡтары һәм эсемлектәре, ә республиканың визит карточкаһы – нефть һәм газ химияһы, тип билдәләгән.
Читайте нас: