Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Декабрь 2018, 19:38

Владимир Путин ЮХХДИ штрафтарын ташлама менән түләүҙе оҙайтыу тураһында законға ҡул ҡуйҙы

Ил Президенты Владимир Путин әгәр белдереү ҡағыҙы почтала оҙаҡ ятһа, автомобилселәрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафтарҙы ташлама менән түләү хоҡуғын оҙайтҡан федераль законға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына төҙәтмәләргә ярашлы, әгәр почта аша заказлы хат менән ебәрелгән ҡарарҙың күсермәһе һуңлап килһә, штрафты 50% ташлама менән түләргә мөмкин булған егерме көндөң ваҡыты оҙайтыла.
Законда льготалы осорҙо тергеҙеү өсөн кешегә нимә эшләргә кәрәклеген аныҡлай.
Бынан алда Рәсәй Хөкүмәте Дәүләт думаһына ЮХХДИ штрафын 20 көндә түләүҙе оҙайтыу тураһында закон проектын индергәйне.
http://www.bashinform.ru/bash/1257198/
Читайте нас: