Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Декабрь 2018, 15:55

Мортаза Рәхимов: Мөрәжәғәтнамәлә Радий Хәбиров үҙ күҙҙәре менән күргән мәсьәләләр тураһында һүҙ барҙы

Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов, республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһендә үҙенең эш сәфәрҙәре барышында күҙмә-күҙ осрашҡан ысын проблемалар тураһында һөйләне, тип билдәләне.

Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов, республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһендә үҙенең эш сәфәрҙәре барышында күҙмә-күҙ осрашҡан ысын проблемалар тураһында һөйләне, тип билдәләне.
«Ике ай эсендә ул байтаҡ ҡала һәм райондарға барҙы, бөгөн республика халҡының нисек йәшәүен күрҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы бер нисә йылда Башҡортостанда ғәмәлдәге идара итеү системаһы һындырылғайны. Әгәр элек шул уҡ Баймаҡта, Хәйбулла йәки Әбйәлил райондарында кешеләр баҫыуҙа һәм фермала тир түкһә, хәҙер эш эҙләп сит төбәктәргә китергә мәжбүр. Республика етәксеһенең бөгөнгө Мөрәжәғәтнамәһен ыңғай баһалайым», — тине Мортаза Рәхимов.
Башҡортостандың тәүге президенты әйтеүенсә, Радий Хәбиров уның кәңәштәренә мохтаж түгел.
«Ул ауылда тыуып үҫкән, төрлө вазифаларҙа эшләгән, шул иҫәптән Мәскәүҙә лә, уның тормош тәжрибәһе бай, уға минең кәңәштәрем кәрәкмәй тип иҫәпләйем. Бөгөн Радий Фәрит улы республикала булған бөтә проблемалар тураһында һөйләне, яңы форматта сығыш яһаны. Ул башҡарма власть алдына аныҡ бурыстар ҡуйҙы. Башҡортостан үҙенең юғалтҡан позицияларын кире ҡайтарырға тейеш. Республикала йәшәүселәрҙең һәммәһенә лә бәхет, именлек, һәйбәт тормош һәм иң мөһиме — һаулыҡ теләйем», — тине Башҡортостандың беренсе президенты.
"Башинформ"дан.

Читайте нас: