Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Декабрь 2018, 16:10

"ЮЛДАШ" радиоһы 105.5 Fм

18 декабрҙә иртәнге сәғәт 10-да Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай алдында тәүге Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһай.

"ЮЛДАШ" радиоһы 105.5 Fм
18 декабрҙә иртәнге сәғәт 10-да Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай алдында тәүге Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһай.
Радий Хәбиров Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеше буйынса стратегик йүнәлештәрҙе билдәләйәсәк. Тантана Өфөләге “Торатау Конгерсс-холлы"нда үтә. Унда Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттарынан тыш, Республика Хөкүмәте вәкилдәре, район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары, сәнәғәт предприятиелары, йәмәғәт һәм дини ойошма етәкселәре саҡырылған. Радий Хәбировтың шәхси саҡырыуы буйынса, төрлө өлкәләрҙә уңыш ҡаҙанған шәхестәр, ауыл хужалығы эшсәндәре, ябай эшселәр, уҡытыусылар һәм табиптар ҙа ҡатнаша.
Башҡортостан юлдаш телевиденииеһы һәм "Башҡортостан 24" телеканалы, “Спутник ФМ” һәм “Юлдаш” радиостанциялары эфирында тура трансляция алып барыла. Бынан тыш мөрәжәғәтнамәне bash.news сайтында, БСТ-ның Yotube-каналында һәм Бәйләнештә социаль селтәрендәге Башҡортостан Республикаһы һәм Өфө яңылыҡтары төркөмөндә ҡарарға була.
Читайте нас: