Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Октябрь 2018, 23:00

Рөстәм Хәмитов вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында иғлан итте

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика граждандарына мөрәжәғәт итеп, вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында иғлан итте.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика граждандарына мөрәжәғәт итеп, вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында иғлан итте.
«Хөрмәтле республика халҡы! Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһында минең эшем тамамлана. Мин Рәсәй Федерацияһы Президентына мине оставкаға сығарыу үтенесе менән мөрәжәғәт иттем, — тиелә белдереүҙә. — Был минең шәхси ҡарар. Ул бар яҡтан да уйлап ҡабул ителгән. Сәбәбе шунда: мин, ҡануниәткә ярашлы ошондай мөмкинлегем булһа ла, 2019 йылда республика Башлығын һайлауҙа ҡатнашырға ниәтләмәйем. Минең ҡарашҡа, оло йәштәге төбәк етәкселәре эшмәкәрлеген тамамлау тураһында ҡарарҙы ваҡытында ҡабул итергә һәм, өҫтән йәки аҫтан бер ниндәй баҫымһыҙ йәки ғәҙәттән тыш хәлгә бәйле түгел, ә уйлап һәм бәхәс-низағһыҙ, лайыҡлы китергә тейеш.
Ни өсөн мин яҙын түгел, ә хәҙер отставкаға сығырға булдым? Яңы командаға эш менән танышыу, республика халҡының ихтирамын яулау, 2019 йылдың сентябрендә уҙасаҡ һайлауҙарға әҙерләнеү өсөн ваҡыт кәрәк. Әле үк киләһе алты йылға ил Президенты ҡуйған бурыстарҙы үтәү буйынса эште төҙөү мотлаҡ. Республикала күсәгилешлекте һәм тыныслыҡты һаҡларға кәрәк.
Хөрмәтле ватандаштар!
Һеҙгә һигеҙ йыл буйына эшемдә тойған ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт. Минең өсөн халыҡ мәнфәғәте һәр ваҡыт өҫтөн булды. Мин кешеләр, һеҙҙең өсөн эшләнем, хөрмәтле республика халҡы. Намыҫлы хеҙмәт иттем һәм бер ҡасан да үҙемә закондар сиген үтергә мөмкинлек бирмәнем.
Республикала йәшәүсе һәр кемде, уның фекерен, хоҡуҡтарын ихлас ихтирам итәм. Был минең эш нигеҙем. Миңә һеҙҙе күреү, тыңлау һәм һеҙҙең менән аралашыу һәр саҡ шатлыҡ килтерҙе. Мин һәр саҡ һеҙҙең изге һүҙегеҙҙе һәм ярҙам итеү теләгегеҙҙе, һеҙҙең ярҙамсыл һәм асыҡ булыуығыҙҙы ҡәҙерләнем.
Мин дөрөҫ эшләйем тип уйлайым. Башҡортостан – иҫ киткес республика. Ғөмүмән әйткәндә, тыуған яғым мәнфәғәтенә хеҙмәт итеү мөмкинлегем булған өсөн мин бәхетлемен.
Күп нәмәләр эшләнде, әммә алда яңы маҡсаттар һәм бурыстар. Һеҙгә барыһы өсөн дә рәхмәт. Мин бөтәгеҙҙе лә хөрмәт итәм һәм яратам. Рәхмәт!»
Читайте нас: