Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Декабрь 2017, 11:43

Башҡортостан тупланма бюджет килеме буйынса алдынғылар иҫәбендә – Рөстәм Хәмитов

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика киң мәғлүмәт саралары мөхәррирҙәре менән осрашты. Әңгәмә барышында төбәк етәксеһе төбәк бюджеты тураһында һөйләне.

21 декабрҙә, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика киң мәғлүмәт саралары мөхәррирҙәре менән осрашты. Әңгәмә барышында төбәк етәксеһе төбәк бюджеты тураһында һөйләне.



Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, быйыл республика бюджеты профициты 5-8 миллиард һум тәшкил итәсәк – аныҡ сумма декабрь айындағы керем йомғаҡтары буйынса билдәле буласаҡ.


«Профицит — ул һәр саҡ файҙаланып бөтөлмәгән мөмкинлектәр. Был аҡсалар тейешле рәүештә файҙаланылһын ине. Улар яңы төҙөлөштәргә, объекттарға йүнәлтелгән. Төрлө сәбәптәр буйынса төҙөлөш комплексы ресурстарҙы беҙ теләгәнсә тулы күләмдә файҙаланманы. Был төҙөлөш комплексының үҙ мөмкинлектәрен артыҡ баһалауы хаҡында һөйләй, — тине Рөстәм Хәмитов. — Беҙ аҡсаны уңға һәм һулға таратып, быны котролдә тотмағандарҙан түгел. Киреһенсә, ресурстарҙы тотоноуҙы бик етди контролдә тотабыҙ. Бюджет – ул халыҡ аҡсаһы. Был «изге» аҡсалар һәм улар менән тулыһынса асыҡ, ғәҙел, хеҙмәт һөҙөмтәләре өсөн береһенә оят булмаҫлыҡ итеп эшләргә кәрәк».


Республика бюджеты социаль йүнәлешле, тип хәтергә төшөрҙө Башҡортостан Башлығы. Атап әйткәндә, мәғариф өсөн сығымдар — 35,5 процент (Волга буйы федераль округында – икенсе һәм Рәсәйҙә 13-сө урын), Мотлаҡ медицина страховкалау фонды аҡсаларынан тыш һаулыҡ һаҡлауға сығымдар 8,2 процент тәшкил итә (Волга буйы федераль округында – икенсе һәм Рәсәйҙә 13-сө урын).


«Тупланма бюджет килеме буйынса беҙ һәр саҡ Рәсәй Федерацияһының 15 эре төбәге иҫәбендә, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Халҡыбыҙҙа аҡса була башлауы хаҡында түләүле хеҙмәттәрҙең, ваҡлап һатыуҙың артыуы кеүек ситләтелгән билдәләр һөйләй».


Читайте нас: