Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Ноябрь 2017, 22:41

Урман янғындарын иҫкәртеү буйынса эште көсәйтергә кәрәк – Рөстәм Хәмитов

Урман фондының янғын хәүефһеҙлеге һорауҙары кисә төбәктә хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса даими эшләүсе координация советы ултырышында тикшерелде, уны Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов алып барҙы.

Урман фондының янғын хәүефһеҙлеге һорауҙары кисә төбәктә хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса даими эшләүсе координация советы ултырышында тикшерелде, уны Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов алып барҙы.
Быйыл 38 урман янғыны теркәлгән, шул уҡ ваҡытта уларҙың күбеһе ут менән һаҡсыл ҡулланмау, иғтибарһыҙлыҡ арҡаһында килеп сыҡҡан, тип хәбәр итте республика етәксеһе. Урмандарҙа янғын хәүефе ҡағиҙәләрен боҙған өсөн 500-гә яҡын кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. 163 осраҡта улар айырыуса янғынға ҡаршы режим шарттарында булған.
— Янғынға ҡаршы режим ваҡытында ҡағиҙәләрҙе боҙоуға ысынлап та аптырарлыҡ. Уларға һалынған штрафтар 4 миллион һумдан арта, ә бер кешегә штраф – ни бары 8 мең һум. Улар тиҫтәләгән, йөҙәрләгән миллион һумға зыян килтерә ала, әммә беҙ уларға ҡоро, янғын хәүефе ваҡытында усаҡ яндырғандары, башҡа һаҡлыҡ сараларын иҫәпкә алмағандары өсөн 8 мең һумға штраф һалабыҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Янғындарҙы кисектереү, иҫкәртеү буйынса эште, әлбиттә, бөтә йүнәлештәрҙә лә көсәйтергә кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас: