Башҡортостан биләмәһендә йәшәүсе халыҡтарҙың туған телдәрен яҡлауға һәм үҫтереүгә йөҙ миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк. Милләт-ара берҙәмлекте һәм тыныслыҡты нығытыуға булышлыҡ итеү мәсьәләләре буйынса Советтың һәм Республика халыҡтары ассамблеяһы советының уртаҡ ултырышында төбәк етәксеһе Рөстәм Хәмитов ошондай һандарҙы килтерҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сентябрҙә Рәсәй Федерацияһы Президентының йөкләмәләрен бойомға ашырыу өсөн Рөстәм Хәмитов дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен үҫтереү буйынса саралар тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ өс төп йүнәлеш буйынса эште күҙаллай: Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм ундағы халыҡтарҙың телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса дәүләт программаһын; республиканың дәүләт телдәрен һәм ундағы халыҡтарҙың телдәрен һаҡлауға, пропагандалауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн йыллыҡ республика Башлығы гранттарын әҙерләү; шулай уҡ башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд ойоштороу.
— Өс йүнәлештең һәр ҡайһыһы етди рәүештә финансланасаҡ. Ул йөҙәрләгән миллион һумдан ашыу суммалар менән иҫәпләнәсәк, – тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов. – Мәҫәлән: республика Башлығы гранттары – кәмендә 50 миллион һум. Фондтың башланғыс суммаһы ғына яҡынса 50 миллион һум буласаҡ. Дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса программа 100 миллион һумдан артасаҡ. Йәғни был ошо йүнәлештәге эшмәкәрлекте финаслауҙа ысынлап та ҙур алға китеш. Һуңғы йылдарҙағы финанслау менән сағыштырмаса, ул бер нисә тапҡырға ғына түгел, ә тиҫтәләгән тапҡырға артасаҡ.