Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылға пенсионерҙарҙың йәшәү минимумын билдәләгән законға ҡул ҡуйҙы. Документ республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Ҡул ҡуйылған законға ярашлы, Башҡортостан Республикаһында пенсионерҙың йәшәү минимумы дәүмәле 2018 йылға 8 320 һум күләмендә билдәләнгән. Әлеге ваҡытта был һан 8 015 һум тәшкил итә.
Йәшәү минимумы дәүмәлен арттырыу килемдәре ошо сумманан кәм булған пенсионерҙар өсөн социаль өҫтәмәләр күләмен арттырыуҙы күҙаллай. Был ярҙам сараһы пенсионерҙарҙың социаль яҡтан аҙ яҡланған төркөмдәренә ҡағыла.