«Башнефть» хәйриә ярҙамы күләмен былтырғы 4 миллиард һум кимәлендә һаҡлап ҡаласаҡ. Был турала ТАСС агентлығына интервьюла Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе.
Төбәк етәксеһенең һүҙҙәренсә, 2017 йылдың туғыҙ айында республика 2,7 миллиард һум алған да инде.
— Был аҡса туғыҙ балалар баҡсаһын, 12 мәктәпте, туғыҙ мәҙәниәт учреждениеһын, дүрт һаулыҡ һаҡлау, 10 спорт объекттарын проектлауға, төҙөүгә, ремонтлауға һәм йыһазландырыуға, һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәрен, таҙартыу ҡорамалдарын яңыртыуға, парктарҙы төҙөкләндереүгә, спорт һәм мәҙәни саралар уҙғарыуға, беҙҙең «Салауат Юлаев» һәм «Торос» хоккей клубтарын финанслауға һәм башҡа маҡсаттарға йүнәлтелгән, – тип аңлатты Рөстәм Хәмитов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған көндәрҙә «Башнефть» компанияһының Директорҙар советы дивидентарҙы түләүгә 26,3 миллиард һум йүнәлтеү тураһында тәҡдимдәр ҡабул итте. Шулай итеп, быйыл декабрь айында республиканың акциялар пакетына Башҡортостан ҡаҙнаһына 6,6 миллиард һум дивиденд инәсәк. Төбәк Башлығының һүҙҙәренсә, был күҙаллаған сумманан байтаҡҡа күберәк.
— Быйылғы йылға бюджетты һалғанда 5 миллиард һум һандарын билдәләгәйнек, – тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов. – Һис шикһеҙ, «Башнефт»тә республика өлөшөнән тағы ла әһәмиәтлерәк керемдәр бюджетыбыҙҙың тотороҡло үҫешенә һәм уның тигеҙлеген булдырыуға тәьҫир итәсәк. «Башнефть» һәм «Роснефть» менән хеҙмәттәшлегебеҙ тағы ла үҫешер тип ышанам.