Бөтә яңылыҡтар
Иғландар
10 Июль 2023, 11:55

"Ер ҡото" этномәҙәни фестивале быйыл Әбйәлилдә үтә

Халыҡ медицинаһы менән шөғөлләнгән, ярҙамға, кәңәшкә мохтаж йәки ошо тема менән ҡыҙыҡһынғандарҙың барыһы ла фестивалдә ҡатнаша ала.     

"Ер ҡото" этномәҙәни фестивале быйыл Әбйәлилдә үтә
"Ер ҡото" этномәҙәни фестивале быйыл Әбйәлилдә үтә

Билдәле булыуынса, былтыр Башҡортостанда тәүге тапҡыр халыҡ дауалаусыларының «Ер ҡото» республика этномәҙәни фольклор фестивале үтте. Сара ике көн барҙы: Әбйәлил районындағы Айғырбатҡан яланында һәм Баймаҡ районының Манһар ауылы мәсете (Мөжәүир хәҙрәттең йорт-музейына яҡын) эргәһендәге майҙанда ойошторолдо. Быйыл  "Ер ҡото" фестивале 15 июлдә Әбйәлил районының Байым ауылында үтәсәк. Был көндә шулай уҡ "Ҡомартҡы" этник форумы ла ойошторола. Форум шәжәрәне, халыҡ ижады жанрҙарын, милли уйындарҙы, биҙәү-ҡулланма сәнғәтен популярлаштырыу һәм һаҡлау маҡсатында өсөнсө тапҡыр уҙғарыла.

Халыҡ медицинаһы менән шөғөлләнгән, ярҙамға, кәңәшкә мохтаж йәки ошо тема менән ҡыҙыҡһынғандарҙың барыһы ла "Ер ҡото" фестивалендә ҡатнаша ала. Тыуған яҡты өйрәнеүселәргә, ғалим-фольклорсыларға, этнографтарға ла был сара бик ҡыҙыҡлы булмаҡсы. Ғаилә менән дә килергә мөмкин, биләмәлә урынлашыу өсөн уңайлы шарттар булдырыла.

Фестивалде ойоштороусыларҙың береһе - Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, филология фәндәре докторы Гөлнур Ҡолһарина белдереүенсә, "халыҡты дауалау идеяһы мине ғүмерем буйына оҙата барҙы. 100 йәшкәсә йәшәгән ҡарт өләсәйем кендек инәһе булған, дауалаған, доғалары менән күҙ тейеүҙән һәм көнкүреш проблемаларынан ярҙам иткән, үләндәр йыйған. Әсәйем гел уның менән бергә йөрөнө һәм беҙгә лә һөйләй торғайны. Халҡыбыҙҙың туплаған тәжрибәһен һаҡлап ҡалырға һәм уны быуындан-быуынға тапшырырға кәрәк. Һөлөк, ноҡот һалыу, ҡот ҡойоу, мейе ҡағыу кеүек дауалауҙың башҡа төрҙәре көнкүрештә даими ҡулланыла. Халыҡ дауалаусыларынан тыш, табиптарҙы, психологтарҙы, психотерапевтарҙы саҡырҙыҡ».

Фестивалдә ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр өсөн тренингтар, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Темалар күп төрлө, мәҫәлән, эскелектән дауалау, ғаилә мөнәсәбәттәрен нығытыу, ҡатын-ҡыҙ энергияһын арттырыу. Һөнәрҙәр йәрминкәһе, биҙәү-ҡулланма сәнғәт буйынса оҫталыҡ дәрестәре, шифалы милли аш-һыу һәм эсемлектәр, милли биҙәүестәр-бетеүҙәр, дарыу үләндәре күргәҙмә-йәрминкәһе, концерттар ойошторола. 

"Ер ҡото"на килеп, еребеҙҙән ҡот алып, халыҡ табиптарына күренеп, күңелдәрегеҙҙе һәм тәндәрегеҙҙе таҙалап, имләп, сихәтләндереп ҡайтығыҙ!

Башҡортостан гәзитенән 

Автор:
Читайте нас: