Баймаҡ районында башҡорт тоҡомло аттарҙың икенсе «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивален үткәреү буйынса ойоштороу комитетының күсмә кәңәшмәһе булды. Унда Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Баймаҡ районы башлығы Фәнис Әминев ҡатнашты.
Ҡатнашыусылар фестивалде ойоштороу мәсьәләләрен тикшерҙе. Атап әйткәндә, быйыл сара 11-13 августа Баймаҡ районының Граф күле буйында үтәсәге иғлан ителде.
«Былтыр «Башҡорт аты» фестивале яҡшы кимәлдә уҙҙы. Ул ауыл хужалығын, ғөмүмән, республика иҡтисадын үҫтереү өсөн бик кәрәк. Билдәле булыуынса, башҡорт тоҡомло ат бик сыҙамлы, шуға күрә уның таҙа тоҡомон һаҡлау мөһим. Фестиваль бик ҡыҙыҡлы булыр һәм тиҙҙән ул үҙебеҙҙең генә түгел, сит ил туристарын да йәлеп итер тип ышанабыҙ», - тип белдерҙе «Баймаҡ хәбәрҙәре»нә интервьюһында Урал Килсенбаев.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указы буйынса 2022 йылдың 29-30 июлендә Баймаҡ районында «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале ойошторолдо. Фестиваль республикала йылҡысылыҡ, ҡымыҙ эшләү һәм халыҡ кәсептәре традицияларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә, башҡорт тоҡомло аттарҙың һанын арттырыуға һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән.
https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-06-16/bayma-rayonynda-ii-bash-ort-aty-haly-ara-festivalene-k-n-bild-le-buldy-3301848