Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
6 Март 2023, 10:25

Килдеғолдарҙы буран да ҡурҡытмаған

Килдеғолдар, буран, тип тормай, ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан урамда шәп байрам ойошторғандар. Йәше лә, ҡарты ла мәж килгән.

Килдеғолдарҙы буран да ҡурҡытмаған
Килдеғолдарҙы буран да ҡурҡытмаған

-Балалар баҡсаһы янында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған "Беҙ гүзәл ҡатын-ҡыҙҙар" исемле сара үтте. Байрамға килгән ҡатын-ҡыҙҙар икегә бүленеп ярышып, уйындар уйнап, йырҙар йырлап, сәй эсеп таралыштылар. Шулай уҡ йәрминкә лә бик йәнле генә барҙы. Ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы ҡыҙҙары тәмле итеп былау бешереп, килгән халыҡты самауыр сәйе менән дә һыйланылар.

Билалова Сажиҙә Вәлит ҡыҙы сарала ҡатнашҡан һәр кемгә бүләктәр таратты.

Афарин, ҡыҙҙар! Киләсәктә лә шулай бер-беребеҙгә ярҙам итеп, аралашып, күңелле йәшәйек, - тип хәбәр итәләр Килдеғол ауыл мәҙәниәт йорто төркөмөндә.

 

Килдеғолдарҙы буран да ҡурҡытмаған
Килдеғолдарҙы буран да ҡурҡытмаған
Килдеғолдарҙы буран да ҡурҡытмаған
Килдеғолдарҙы буран да ҡурҡытмаған
Килдеғолдарҙы буран да ҡурҡытмаған
Килдеғолдарҙы буран да ҡурҡытмаған
Килдеғолдарҙы буран да ҡурҡытмаған
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: