

Стәрлетамаҡта студент сим-картаһының ҡулланылыу ваҡытын оҙайтырға кәрәк тигән шылтыратыуға ышанып, бурҙарға 715 мең һум аҡсаһын күсергән.
23 йәшлек студентҡа билдәһеҙ кеше шылтыратҡан һәм үҙен кәрәҙле бәйләнеш операторы хеҙмәткәре тип таныштырған. Шылтыратыусы элемтә хеҙмәттәре күрһәтеү өсөн килешеүҙе оҙайтырға кәрәклеген хәбәр итеп, студенттан телефонына килгән SMS—хәбәрҙең кодын әйтергә ҡушҡан. Зыян күреүсе таныш булмаған кешенең әйткәндәрен тулыһынса үтәгән.
Полиция хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, бер ни тиклем ваҡыт үткәс егеткә мутлашыусылар күп функциялы үҙәк (МФЦ) “хеҙмәткәре” булып, йәнә бер сәғәт ваҡыт үткәндән һуң, йәнәһе лә, Федераль именлек хеҙмәте (ФСБ) “хеҙмәткәре” булып шылтыратҡандар. Уны средстволарын бурҙарҙан һаҡларға кәрәк тип ышандырып, егетте барлыҡ йыйынтыҡ аҡсаларын, йәнәһе лә, “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсерергә кәрәк тип ышандырғандар. Алдаҡсылыҡ икәнлеген башына ла килтермәгән егет үҙенең иҫәбенән 715 мең һум аҡсаһын алып, банкомат аша аферистар күрһәткән иҫәпкә күсергән.
Яман ниәт менән эш итеүселәр бәйләнешкә сыҡмай башлағас ҡына студент үҙенең бурҙарҙың ҡорбаны булғанына төшөнә һәм полицияға мөрәжәғәт итергә ашыға.
Әлеге ваҡытта был факт буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ Идаралығының тәфтиш бүлеге тарафынан РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 3-сө өлөшө буйынса (мутлашыу) енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Бурҙар йоҡламай! Беҙ ҙә уяу булайыҡ! Телефон аша аҡса эштәре тураһында һөйләй башлаһалар, шунда уҡ телефонығыҙҙы һүндерегеҙ. Ғөмүмән, ят номерҙарҙан килгән шылтыратыуҙарға яуап бирмәү хәйерлерәк булыр.
“Башинформ” мәғлүмәттәре файҙаланылды.