Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
7 Апрель , 14:00

Сир тарала. Малдарыбыҙҙы һаҡлайыҡ

Сирҙең беҙгә килеп етеү-етмәүе һәр беребеҙҙең яуаплылығына бәйле.   Рәсәй Федерацияһының бер нисә төбәгендә малдар араһында бик хәүефле ауырыу таралыуы был сирҙең беҙҙең республикаға индерелеүен сикләүгә һәм уның республика биләмәһендә таралыуын иҫкәртеүгә бәйле саралар ҡабул итеүҙе талап итә.Ауыл кешеһе малға ҡарап тора. Аҙыҡ-түлек йәһәтенән именлегебеҙ ҙә шул малға барып бәйләнә. Тимәк, был бик мөһим мәсьәлә һәм ул беҙҙең һәр беребеҙҙең именлегенә ҡағыла. Сөнки беҙҙең көндәлек аҙыҡ рационыбыҙҙың төп өлөшөн малсылыҡ продукцияһы алып тора: ит (билмән, былау, манты, кәтлит, голубцы һ.б), һөт (ҡаймаҡ, май, сыр, эремсек, ҡатыҡ, кефир һ.б.). Ошоларҙы иҫәпкә алып, район ветеринария станцияһы етәксеһе Аратов Зәбир Самат улы менән хәүефле сир һәм уға ҡаршы көрәш мәсьәләләре хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.

Сир тарала. Малдарыбыҙҙы һаҡлайыҡ
Сир тарала. Малдарыбыҙҙы һаҡлайыҡ

-Зәбир Самат улы, был хәүефле сирҙең беҙҙең республикаға, шул иҫәптән районға инеү хәүефе бармы?
-Беҙҙең төбәктең эпизоотик именлеген тәьмин итеү маҡсатында дәүләт ветеринария хеҙмәте тарафынан ҙур иҡтисади зыян килтереүсе 77 мал (хайуандар) сирҙәренә ҡаршы (шуларҙың 11-е айырыуса хәүефле тигән категорияға инә) профилактик саралар комплексы ғәмәлгә ашырыла.
Әлеге ваҡытты бер нисә төбәктә таралған сирҙе ҡуҙғытыусы вирустың беҙҙең республика биләмәһенә лә инеү ихтималлығы көслө. Был инфекцияның беҙҙең республикаға инеүенә юл ҡуймау маҡсатында иҫкәртеү саралары комплексы ҡабул итеү бик мөһим.
-Был сирҙең иң ҙур хәүефе нимәлә?
-Был сирҙең иң ҙур хәүефе – уның вирустарының таралыу тиҙлегенең бик юғары булыуы. Сирле хайуандан йөҙләгән сәләмәт мал был вирусты һанаулы сәғәттәр эсендә генә йоҡтора ала. Малдарҙы дауалау эффектлы түгел. Сирҙән тере ҡалған хәлдә лә ауырыған малдар вирус йөрөтөүсе булып ҡала һәм оҙаҡ ваҡыт дауамында башҡа малдарға сирҙе йоҡтороу һәләтен юғалтмайҙар. Ветеринар ҡағиҙәләргә ярашлы, ауырыу асыҡланған осраҡта ул тирәләге барлыҡ малдар яндырыу юлы менән юҡ ителәләр.
-Ниндәй малдар был сиргә айырыуса бирешеп бара һәм сир ниндәй юлдар менән тарала?
-Вирустың төп сығанағы һәм резервуары – йортта һәм ҡырағай йәшәүсе пар тырнаҡлы хайуандар (һыйыр, һарыҡ). Сирҙе ҡуҙғытыусы вирус малдарҙың һейҙеге, шайығы, тиҙәге, һөтө һәм хатта тыны менән дә бүленеп сыға. Вирус механик рәүештә транспорт, малсылыҡ продукцияһы, малдарҙы тәрбиәләү предметтары, ҡоштар һәм башҡа хайуандар, шулай уҡ бөжәктәр һәм талпандар аша күсә.
Вирус тапшырылыуҙың төп юлы – контактлы юл. Вирус тирегә йәки лайлалы тирегә (слизистая оболочка) эләккән ваҡытта ул йоға. Сир шулай уҡ фураж һәм малдарҙы ҡарау өсөн тәғәйенләнгән төрлө предметтар менән тотонғанда ла йоғорға мөмкин.
-Сирҙең клиник картинаһы нисегерәк?
-Сирҙең инкубацион осоро 1-7 көн.
Башта малдарҙың (хайуандарҙың) аппетиты насарая, көйшәүҙәре әкренәйә, шайыҡтары ҡойолоуы арта. Унан тән температуралары 40,5-41 градусҡа тиклем күтәрелә.
Ауырыуҙың 7-10-сы көндәренә сирләгән малдың ҡапыл ғына хәле хөртәйә, пульстары минутына 120-140 булып китә. Үҙәк нерв системалары зыян күреү билдәләре күҙәтелә, ҡалтырай, тартыша башлайҙар. Малдар (хайуандар), ғәҙәттә, йөрәк фалижынан үлә. Был сирҙән үлем кимәле – 20-50 процент.
Сирҙең инкубацион осоро сағыштырмаса ҡыҫҡа. Вирусты йоҡтороп, тәүге клиник билдәләре күренгәнгә тиклем 1 көндән 7 көнгә тиклем генә ваҡыт үтә. Һыйырҙарҙың елендәрендә, тояҡтарында язвалар барлыҡҡа килә. Вирустың ҡанға үтеп инеүе организмдың интоксикацияһына, нерв системаһының зарарланыуына һәм малдың йөрәк фалижынан үлеүенә килтерә.
-Төп иҫкәртеү саралары хаҡында ла әйтеп үтһәгеҙ ине?
-Улар бер нисә пункттан тора:
1. Малдарҙың иҫәбен алыу. Малдарҙың йөрөү урынын иҫәпкә алыу.
2. Мал һанын даими тикшереп тороу. Көтөүҙең торошон контролдә тотоу һәм малдарҙың сирләү билдәләрен үҙ ваҡытында асыҡлау.
3. Малдарҙы 100 проценты менән диагностик тикшереүҙәргә йәлеп итеү.
4. Имен булмаған (сир асыҡланған) төбәктәрҙән малдарҙы индереүҙе сикләү.
5. Малдарҙы ситкә сығарауға һәм ситтән индереүгә карантин.
6. Биләмәне кәртәләп алыу. Пропуск системаһы.
7. Ферма биләмәһендә ҡарауһыҙ малдарға контроль.
8. Биологик ҡалдыҡтарҙы үтилләштереү.
9. Дезинфекция. Дезинсекция. Дератизация.
10. Малдарҙы контролле көтөү һәм һыулауға сығарыу.
11. Хайуандарҙы һәм малсылыҡ продукцияһын законһыҙ алып йөрөү факттарын асыҡлау һәм булдырмау.
12. Халыҡҡа хәүефле сир һәм уны иҫкәртеү саралары тураһында мәғлүмәт биреү.
-Ситтән сирле малдарҙы индеререүҙе булдырмау өсөн бер ветеринарҙарҙың ғына тырышлығы етмәйҙер инде?
-Сир асыҡланған күрше субъекттарҙа федераль һәм республика әһәмиәтендәге автомобиль юлдарында ветеринар постар булдырылды.
Дәүләт ветеринария хеҙмәте белгестәре Эске эштәр министрлығының юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә малдарҙың санкцияланмаған күсереп йөрөтөлөүен иҫкәртеү маҡсатында дежурлыҡтар ойоштора. Ләкин дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренең эш режимы тығыҙ, улар бер урында ғына тора алмай, шуға барлыҡ шикле транспорт сараларының да йөгөн тикшереп бөтөү мөмкин түгел. Ә дәүләт табиптарының автотранспортты туҡтатып, документтарын тикшереүгә вәкәләттәре юҡ.
Ветеринар хеҙмәт менән килешмәйенсә, эшҡыуарҙар тарафынан, интернетта иғландар ҡуйып, мәҫәлән, Авитола, һатыу өсөн малдарҙы (хайуандарҙы) индереү, шулай уҡ республика аша транзит менән мал һәм мал аҙыҡтары тейәп үтеү айырыуса ҙур хәүеф тыуҙыра. Практика күрһәтеүенсә, эпизоотик сир усаҡтары килеп сығыуының 90 процент осрағы ситтән сирле мал индереү менән бәйле.
-Халыҡ араһында аңлатыу эштәре нисек алып барыла?
-Социаль селтәрҙәге рәсми сайттарҙа сирҙең бик хәүефле булыуы һәм малдарҙы ҡайҙалыр алып барғанда ветеринар хеҙмәт менән килешеү мөһимлеге хаҡында халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барыла. Был сиргә тиҙ бирешеүсән малдарға клиник тикшереүҙәр үткәрелә. Хәүефле сиргә шик тыуһа, ветеринария хеҙмәте белгестәре пробалар ала һәм лабораторияла диагностик тикшереүҙәр үткәрә. Әлеге мәлгә беҙҙә сир билдәләре асыҡланманы. Хужалыҡтарға һәм граждандарға башҡа төбәктәрҙән мал һатып алыуҙан, индереүҙән эпизоотик хәл яйға һалынғанға тиклем ваҡытлыса туҡтап торорға тәҡдим итәбеҙ.
Ай һайын республика ғәҙәттән тыш ведомство комиссияһының ултырыштары үткәрелеп тора. Шулай уҡ Әбйәлил һәм Саҡмағош райондарында комиссияның сираттан тыш күсмә кәңәшмәләре үтте. Унда район хакимиәте вәкилдәре, малсылыҡ хужалыҡтары етәкселәре ҡатнашты.
-Был сиргә ҡаршы вакцина бармы?
-Ҡабул ителгән, үткәрелеп торған иҫкәртеү сараларына ҡарамаҫтан, ситтән санкцияланмаған сирле малдарҙы индереү ихтималлығы бик юғары. Башҡортостан Республикаһы әлеге ваҡытта “вакцинацияһыҙ имен төбәк” тигән статусҡа эйә. Был эпизоотик сирҙәргә ҡаршы вакцина федераль бюджет средстволары иҫәбенә бүленмәйәсәк тигән һүҙ.
Был сиргә бирешеүсән мал һанын һаҡлап алып ҡалыу өсөн өс ҡатлы (өс тапҡыр яһау) профилактик вакциналау үткәреү мотлаҡ. Хужалыҡ субъекттары үҙҙәренең малдарын һаҡлап алып ҡалыу өсөн был вакцинаны Федераль һаулыҡ һаҡлау үҙәгенән йәки Щелковский биокомбинатынан туранан-тура үҙаллы һатып алыу мөмкинлегенә эйә. Вакцинаның бер дозаһының хаҡы 26 һумдан 42 һумға тиклем.
Районда малсылыҡ өлкәһендәге именлек өсөн профилактик саралар комплексын ҡабул итеү мөһим. Тәү сиратта ойоштороу характерындағы сараларҙы – предприятиеларҙы һаҡлау һәм ситтән сирле мал индереүгә юл ҡуймау, шулай уҡ был сиргә тарыу хәүефе ҙур булған барлыҡ малдарға һаҡлаусы вакцина үткәреү мөмкинлеген оператив хәл итергә кәрәк. Иң мөһиме - хәүефле осорҙа ҡырҙан мал, мал аҙығы, мал продукциялары индермәгәндә был сиргә юл ҡуймаҫҡа була.
Әгәр мал индереү осрағын белһәгеҙ, ҡыҙыу линия телефоны буйынса (8-800-77-55-828) шылтыратыуығыҙ һорала (анонимлыҡ гарантиялана). Ветстанция телефондары 8(347)55-3-55-12, 8(347)55-3-55-65.
-Ентекле яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт!
Был сирҙең беҙҙә таралыу-таралмауы һәр беребеҙҙең яуаплылығына бәйле. Уяу булайыҡ!

Р. Абдуллин, район хакимиәте башлығы:
-Ауырыуҙар барлыҡҡа килмәһен өсөн бөтә төр мөлкәт хужаларына ошондай кәңәштәрҙе үтәргә кәрәк:
- Дәүләт ветеринария хеҙмәтенән рөхсәт алғандан һуң ғына яңы мал һатып алығыҙ, шикле сығанаҡтарҙан килгән иғландарҙан һатып алыуҙан баш тартығыҙ;
- алынған хайуандарҙы (ҡоштарҙы, ҡорттарҙы) айырым бүлмәлә (умарталыҡта) кәмендә 30 көн тотоп, булған хайуандар менән бәйләнешкә инмәү юлы менән карантинға ҡуйыу;
- хайуандарҙы (ҡоштарҙы, бал ҡорттарын) һатып алғандан һуң, уларҙы “Хорриот” федераль дәүләт мәғлүмәт системаһына (ФДМ) теркәп, иҫкәртеү һәм эпидемияға ҡаршы саралар үтһен өсөн Дәүләт ветеринария хеҙмәтенә хәбәр итегеҙ;
- хайуандарҙың һәр хәрәкәте ветеринария документацияһы менән бергә булырға тейеш;
- малдарҙы сифатлы аҙыҡ менән тәьмин итеү, йәшенә ярашлы йәшәү шарттары, физик күнекмәләр эшләү;
- хайуан ҡалдыҡтарын (ҡоштар, бал ҡорттары) ғәмәлдәге ветеринария һәм санитария ҡағиҙәләренә ярашлы үтилләштереү.
Шулай уҡ иҫегеҙгә төшөрәм: хайуандарҙың ҡапыл үлеме йәки бер юлы хайуандарҙа күпләп сир таралыу тураһында мәғлүмәтте йәшергән өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған.
Әгәр ҙә сиргә шикләнһәгеҙ, йәки рөхсәтһеҙ мал йәки ҡош индерһәгеҙ, тиҙ арала район дәүләт ветеринария хеҙмәтенә +7 (34755) 3-55-12 телефоны буйынса хәбәр итергә кәрәк.

Автор: Т. Баһауетдинова
Читайте нас