Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
26 Март , 11:25

Ҡарҙар ирей, һыу таша

Һыу баҫыуға дусар булған ауылдар реестрына Бөрйән районы буйынса 13 ауыл ингән.

Ҡарҙар ирей, һыу таша
Ҡарҙар ирей, һыу таша

Ҡыш көнө ҡар әҙ яуһа ла, яҙғы миҙгелдә көндәрҙең ҡапыл йылыныуы ихтимал һәм йылға буйҙарына яҡын урынлашҡан ауылдарҙа һыу баҫыу ҡурҡынысы янай. Быйыл ҡар аҙ булыу сәбәпле ерҙең, тупраҡтың тәрәнгә тиклем туңыуы хәлде тағы ҡатмарлаштыра. Ирегән ҡар һыуҙары туң тупраҡҡа һеңә алмай, ер өҫтөнән ағыу сәбәпле, һыу ташыу ихтималлығы арта.
Һыу баҫыуға дусар булған ауылдар реестрына Бөрйән районы буйынса 13 ауыл ингән. Әлеге мәлдә яҙғы ташҡынға әҙерлек эштәре бара. Ауыл биләмәләрендә комиссиялар эшләй, тығындар барлыҡҡа килеү хәүефе янаған урындарҙа боҙҙо бысыу һәм ҡарайтыу эштәре башҡарыла. Ҡар һыуҙары баҫыу ихтималы булған урындарҙа торбалар, канауҙар ҡарҙан һәм боҙҙан таҙартыла.
Район халҡын да уяу булырға саҡырам:
- һыу ҡапыл артҡан осраҡта тиҙ арала кәрәкле әйберҙәрҙе, документтарығыҙҙы йыйып, кәрәкле дарыуҙарҙы алып эвакуацияға әҙерләнегеҙ, паникаға бирелмәгеҙ, тыныслыҡ һаҡлағыҙ.
- йортоғоҙға һыу инә башлаһа, ҡыйыҡ эсенә, икенсе ҡатҡа йәки өйҙән ситтәге ҡалҡыу урынға күтәрелеп ҡалырға тырышығыҙ, ҡотҡарыусыларға сигнал биреү өсөн фонарик йәки сағыу төҫтәге туҡыма ла кәрәк буласаҡ.
- өйҙө ҡалдырып сығыр алдынан өйҙәге электр һәм газ ҡорамалдарын һүндерегеҙ, тәҙрәләрҙе һәм ишектәрҙе ныҡлап бикләгеҙ.
Һыу ташыу осрағында шылтыратыу өсөн берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенең номерын онотмағыҙ — 112.

Сығанаҡ: https://vk.com/ramilabdullinburzyan

Ҡарҙар ирей, һыу таша
Ҡарҙар ирей, һыу таша
Ҡарҙар ирей, һыу таша
Ҡарҙар ирей, һыу таша
Ҡарҙар ирей, һыу таша
Автор:
Читайте нас