Ғәҙәттә, юлда бәләгә осраған кеше янына туҡтамай үтмәй торғайным, был юлы, әлеге лә баяғы әсәйҙе өшөтмәй тиҙерәк алып барып еткерер өсөн, тиҙлекте кәметеп торманым. Барыбер, ярҙам итә алмайым, тигән генә уй үтте баштан. Өҫтәүенә, юл тайғаҡ. Үтеп тә киттем, үҙемдең күңелде үкенес тә телеп үтте – их, туҡтар кәрәк булған. Күп булһа, 3 саҡырым үткәнмендер, арттан бер десятка күренде. Их, былар ҙа туҡтамаған бит теге иномарка янында, тип борсолоуым йәнә артты. Ней үтмәй, ней ҡалмай был. Был иң теңкәгә тейгән нәмә юлда. Етеп кенә эйәреп тик килә. Бер асығыраҡ ерҙә, үтһен, тип, машинамды ситкәрәк алыуым да булды, күҙ асып йомған арала, машинам өйөрөлөп-өйөрөлөп, юл ситенә лә барып баяғы иномарка һымағыраҡ сумды. Тиҙлегем саҡ ҡына шәберәк булһа, 4-5 метрлыҡ йырҙауға осорға ла күп ҡалмаған булған. Баҡтиһәң, юл таҙартыусы техника, юлды иркенәйтер өсөн, ситтәнерәк һөргән дә, минең бер тәгәрмәс шул йомшаҡҡа эләккән икән. Шул һөйрәп алып та киткән. Сыҡтым машинанан. Шунда ғына иҫкә төштө – минең бит бары тик үҙемдең яҡтағы бер алғы тәгәрмәс кенә “шипованный”. Ә пассажир яғындағыһы тишелгәс, урынына йәйгене “ваҡытлыса” ғына ҡуйҙырып торҙом да, йәнәһе, автосервисҡа барғансы ғына, оноттом. Арттағы бахырҙары инде һатып алғандан бирле алмаш күргәндәре юҡ. Алғыһына ҡышҡы тәгәрмәс ҡуйғас етә ул, тип инде өсөнсө ҡышты сығып килә инем. Шөкөр, быға тиклем ул-был булмағайны. Үҙем гел ауылға йөрөйөм. Ә унда текә-текә тауҙар аша үтер кәрәк.
…Машинанан янында башынмда бер уй зыйтлап үтеп китте – эй, Хоҙайым, теге бәләгә осраған кешегә ярҙам тәҡдим итмәгән өсөн бит был язаң, дөрөҫөрәге, еңелсә генә иҫкәртеүең – бына һинең дә шул хәлгә ҡалыуың ихтимал бит, тигән ишараң был, эйе. Хоҙай бит тел менән әйтә алмай, аңлағанға ишаралар бирә.
Ул арала, мин әйләнә башлағас, төкөлмәҫ өсөн, выжт итеп үтеп киткән теге десятканың байтаҡ ара үтеп, барып туҡтағаны күҙгә салынды. Борола башланы. Киләләр былар ярҙамға. Эй, Хоҙайым, тейем, эстән генә, яратаһың шул мине, яратаһың, ана бит, еңелсә генә ишара бирҙең дә, ярҙамсыларыңды ла ебәрҙең. Мең рәхмәт һиңә, тейем. Ул арала машина килеп туҡтаны ла, эсенән имәндәй йәш егеттәр сыға башламаһынмы. Байрамдан һуң Сибайға уҡырға китеп барған студенттар икән. Өҫтәүенә, таныш та булып сыҡтылар. Көстәре ташып торған өрҙөктәй егеттәргә нимә – машинамды уйынсыҡ һымаҡ ҡына иттереп этеп тә сығарҙылар. Рәхмәттәр әйтеп оҙатып ҡалдым.
Был ишара миңә һабаҡ булды. Юлда бәләгә осраған кеше янына мотлаҡ туҡтап китергә кәрәк. Был – яҙылмаған ҡанун. Намыҫ ҡануны. Ярҙам итә алмағанда ла, хәлен белешеп, машинаңдағы һыуыңды булһа ла тәҡдим итергә мөмкин бит әле…
…Ҡайтып барғанада теге иномарканы трактор килеп һөйрәп йөрөй ине. Ул тирәләге юл иҙелеп бөткән. Тимәк, ныҡ та сумған булған. Күңелгә еңелерәк булып китте. Сыҡмаған булһа, ауылдағы апайым күстәнәскә һалған яңы бешкән ҡомалаҡ икмәген булһа ла тоттороп китергә ине уй…
Т. Баһауетдинова.