Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
20 Ғинуар , 11:00

МХО яугирҙары ғаиләләренә шылтыратыуҙар башланған

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләренә ҡарата мутлашыу осраҡтары йышайған. Үҙҙәрен военкомат хеҙмәткәрҙәре тип танытҡан бурҙар телефон аша, йәнәһе лә, награда биреү өсөн мәғлүмәттәрҙе аныҡлау өсөн шылтыраталар. Ләкин...

МХО яугирҙары ғаиләләренә  шылтыратыуҙар башланған
МХО яугирҙары ғаиләләренә шылтыратыуҙар башланған

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләренә ҡарата мутлашыу осраҡтары йышайған.

Үҙҙәрен военкомат хеҙмәткәрҙәре тип танытҡан бурҙар телефон аша, йәнәһе лә, награда биреү өсөн мәғлүмәттәрҙе аныҡлау өсөн шылтыраталар. Ләкин...

Бурҙар таныш булмаған номерҙан шылтыратып, үҙҙәрен военкомат хеҙмәткәрҙәре тип таныталар һәм, имеш, хәрби иҫәп мәғлүмәттәрен аныҡлау өсөн мәғлүмәттәр һорайҙар. Артабан һәләк булыусыны (хәрбиҙе), йәнәһе лә, үлгәндән һуң наградалау тураһында әйтеп, “электрон сират”ҡа яҙылырға кәрәклеген еткерәләр. Ошондай алдау юлы менән, йәнәһе, шәхесте раҫлау йәки ғаризаны документлаштырыу өсөн кәрәк, тип СМС аша килгән кодты һорап алалар.

Шуны хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: хәрби иҫәптең берҙәм реестрына мәғлүмәттәрҙе аныҡлау йәки награданы документлаштырыу өсөн СМС аша килгән бер ниндәй ҙә код кәрәкмәй!

Наградаға бәйле барлыҡ һорауҙар ҙа бары тик рәсми каналдар аша  һәм шәхсән мөрәжәғәт итеү юлы менән генә хәл ителә.

Бик уяу һәм һаҡ булығыҙ!

Автор: Тансылу Багаутдинова
Читайте нас