Белорет районы буйынса полиция бүлегенә 21 йәшлек ҡыҙ мутлашыу тураһына ғариза менән мөрәжәғәт иткән.
Аферистар күптән ҡулланған схемалары буйынса эш иткәндәр – үҙҙәрен төрлө хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре тип таныштырғандар. Ҡыҙҙы һалым түләмәгән өсөн бөтә төр иҫәптәренә арест һалыу менән ҡурҡытҡандар.
Йәнәһе лә, проблемаһын хәл итер өсөн, уны “һалым хеҙмәтенә” электрон сиратҡа яҙғандар. Артабан ҡыҙ бурҙарға шәхси мәғлүмәттәрен хәбәр иткән. Унан электрон почтаһына “Дәүләт хеҙмәте” порталынан сайтта шикле әүҙемлек артыуы тураһында мәғлүмәт килгән. Килгән хәбәрҙә шулай уҡ техник ярҙам номеры ла күрһәтелгән була. Уйлап та тормай, ҡыҙ шул номер буйынса шылтырата.
Тағы ла ҡурҡынысыраҡ эҙемтәләргә тарыуың мөмкин, тип ҡурҡытып, аферистар ҡыҙҙы, кредит алып, үҙҙәренә 160 мең һум күсерергә күндерәләр. Ләкин был сумма уларға әҙ булып күренә һәм бурҙар ҡыҙҙы тағы ла шунса сумма табырға кәрәк тип ышандыралар. Ахыры, ҡыҙ дөйөм суммаһы 115 мең һум тәшкил иткән 5 микрозайм алырға ҡарар итә. Шулай уҡ үҙендә булған аҡсаларҙы ла ҡушып, бурҙар күрһәткән телефон номеры буйынса күсерә.
Дөйөм алғанда, зыян суммаһы 300 мең һумға етә.
Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.