Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
21 Октябрь 2025, 19:00

Иғтибар - балалар!

Башҡортостан Республикаһында балаларҙың юл-транспорт йәрәхәтләнеүен булдырмау маҡсатында 23 октябрҙән 14 ноябргә тиклем "Иғтибар-балалар!" акцияһы үтә.

Иғтибар - балалар!
Иғтибар - балалар!

❗Акцияның төп бурысы - өлкәндәрҙең һәм балаларҙың иғтибарын юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү кәрәклегенә йүнәлтеү, мәктәп уҡыусыларының юлда тәртип ҡағиҙәләре тураһында белемен арттырыу һәм йәш ҡатнашыусыларҙы – йәйәүлеләрҙе һәм пассажирҙарҙы яҡлауҙы тәьмин итеү

‼️2025 йылдың 9 айындағы статистикаға ярашлы, төбәктә 16 йәшкә тиклемге балалар ҡатнашлығында 320 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, һөҙөмтәлә 14 бәлиғ булмаған бала һәләк булған һәм 342 кеше төрлө ауырлыҡтағы йәрәхәттәр алған.

????Акцияны ойоштороусылар водителдәрҙе мәктәп янында, балалар уйын зоналары һәм башҡа балалар тупланған урындар янында бик һаҡ булырға саҡыра. Ата-әсәләргә балалар менән юлда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында иҫкәртеү әңгәмәләре үткәрергә кәңәш ителә.

✅Юлдарҙа балаларҙың именлеген тәьмин итеү - һәр кем өсөн мөһим бурыс. Республикала йәшәүселәрҙе хәүефһеҙ юл мөхитен булдырыуға үҙ өлөшөн индерергә саҡырабыҙ!

Автор:
Читайте нас