Әйтергә кәрәк, был фәжиғәләр барыһы ла тип әйтерлеҡ ярашлы кимәлдә көтөү ойошторолмау сәбәпле килеп сыҡҡан. Фәжиғәләрҙең бөтәһе лә Ҡағы-Иҫке Собханғол-Ырғыҙлы юлында булған. Шулай уҡ күп осраҡта был фәжиғәләрҙең күберәге аттар менән бәйле икәне билдәле. Бигерәк тә төндә аттарҙың юлға килеп сығыуы ҡурҡыныс, ә уларҙың ялдарында (ҡойроғонда) яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы (светоотражающий) туҡыма булмауы үҙе бер енәйәт тип әйтһәк яңылыш булмаҫ. Республикала һуңғы арала килеп сыҡҡан юл-транспорт фажиғәләренә артыҡ байҡау ҙа кәрәк түгелдер.
Белмәһәгеҙ, миҫал өсөн ошо йылдың 19 октябрендә Баймаҡ районында булған хәлде килтерәбеҙ. Сәғәт 00.10 тирәһендә “Exit” маркалы атомашина йылҡы малына төкөй, шунлыҡтан уны ҡаршы юлға ташлай һәм бәләкәй литражлы “Daewo matiz” автомашинаһы менән бәрелешә. Һөҙөмтәлә “matiz” да ултырып килгән өс ҡатын-ҡыҙ яҡты донъя менән хушлаша.
Был эш буйынса Баймаҡ районы прокуратураһы тарафынан енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әлеге ваҡытта хоҡуҡ һаҡлау органдары йылҡының хужаһын эҙләүе тураһында билдәле.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Беҙҙең республика райондарында көтөү ойоштороу, Башкортостан Ресубликаһының 404-з номерлы, 30.05.2011 й. ғәмәлгә ингән “Башҡортостан республикаһында ауыл хужалығы малдарын көтөүҙе һәм ҡыуыуҙы тәртипкә һалыу” законы нигеҙендә ойошторолорға тейеш. Шуға ярашлы, ауыл биләмәләрендә ошо закон нигеҙендә малдарҙы ҡыуыу, көтөү ойоштороу кеүек эшләйһе эштәр тора. Был осраҡта, әлбиттә, мал хужаларының әүҙем булыуы яҡшы.
«Бөрйән мәғлүмәт консультация үҙәге» муниципаль бюджет учреждениеһы.