Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
28 Июль 2025, 14:10

Водитель балалар өсөн ата-әсәләрҙе ҡатыраҡ язаға тарттырырға теләйҙәр

Дәүләт Йыйылышы депутаттары бәлиғ булмаған балаларына рулгә ултырырға рөхсәт иткән ата-әсәләрҙең яуаплылығын көсәйтергә йыйына. Штрафтарҙы ла арттырыу күҙ уңында тотола.

Республика парламентының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, Рәсәйҙең Закон сығарыусылар советына Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодекста санкцияларҙы көсәйтеү тураһында тәҡдим индерелгән. Әлеге ваҡытта ата-әсәләр яуаплылыҡ тотмай тиерлек: уларға иҫкәртеү яһала йәки 100-500 һум күләмендә штраф һалына.

Хәл йылдан-йыл ҡатмарлана бара. 2022 йылда илдә үҫмерҙәр транспорт саралары менән идара иткән 29 мең осраҡ асыҡланһа, 2023 йылда – 33 мең, 2024 йылда иһә 44 меңдән ашыу. Тенденцияны үҙгәртеү өсөн штрафтарҙы 5000 – 10 000 мең һумға тиклем арттырырға тәҡдим ителә.

Бигерәк тә эскән водитель үҫмерҙәр ҙур хәүеф тыуҙыра. Иҫерек килеш рулгә ултырған өсөн дә закон проекты 15 000 – 20 000 мең һум штрафты күҙ уңында тота.

Фото:Ксения Калинина / «Башинформ» агентлығы архивы

Автор:
Читайте нас