Роспотребнадзорҙың БР буйынса Идаралығының Белорет, Әбйәлил, Бөрйән, Учалы райондарындағы территориаль бүлеге ошо сир хаҡында иҫкәртә.
Ауырыуҙың атамаһы латинсанан “колбаса” (botulus) һүҙенән килеп сыҡҡан. Уны XIX быуат баштарында табиптар “колбаса ағыуы” (ботулизм) йә “балыҡ ағыуы” менән ағыуланыу (ихтиизм) тип тә атаған. Тәбиғәттә ботулизм таяҡсалары эре йә ваҡ мөгөҙлө хайуандарҙаң эсәгендә йәшәй. Әммә был микробтар уларҙа ауырыу барлыҡҡа килтермәй, улар өсөн нормаль микрофлора булып һанала. Тиҙәк менән сығарып ташланған микробтар тупраҡҡа эләккәс, спораға әүерелә (“көпләнә”) һәм шул хәлдә оҙаҡ ҡына һаҡлана. Кеше ашҡаҙанына спора хәлендә килеп ингән микробтар үҙҙәре генә ауырыу барлыҡҡа килтермәй. Улар үҫешһен өсөн кислород инмәҫлек шарттар кәрәк. Шуға күрә, консервалау ҡағиҙәләрен боҙоу сәбәпле, аҡһымлы мөхиткә (ит, балыҡ, бәшмәк һ.б.) барып эләгеү был бациллалар өсөн тап ана шул “уңайлы” шарт булып тора ла инде. “Көпө”һөнән сығып, споранан вегетатив формаға әүерелгән микробтар кислородһыҙ мөхиттә күпләп үрсеп, экзотоксин бүлеп сығара башлай. Улар үрсегән банкалар, ғәҙәттә, ике яҡлап көпәйеп тороусан. Ә банкалағы аҙыҡтың тышҡы ҡиәфәте, тәме һәм еҫе үҙгәрмәҫкә лә мөмкин.
Ботулизм споралары тәбиғәттә йыш осрай: улар һыуҙа, бигерәк тә ер аҫты ҡатламдарында, тупраҡта була, унан улар консервалай торған аҙыҡҡа эләгә.
Ботулотоксин – көслө ағыу, уның бик әҙ генә миҡдары ла әҙәм балаһы өсөн бик ҡурҡыныс (үлемесле доза – 0,3мкг). Был токсин ҡанға таралыу менән, капиллярҙарҙың тарайыуына килтерә, баш мейеһе күҙәнәктәрен зарарлай, унда тромбтар барлыҡҡа килә һәм төрлө мускулатураға барған нервы епсәләре эшлектән сыға. Тын алыу процесы боҙола. Төрлө органға “ҡан һауыуы” ла ихтимал.
Күпселек осраҡта сир кинәт кенә башлана. Ашҡаҙан тапҡырында “ауырлыҡ” тойолоп, ҡоҫҡо килеүе, “эс тулып”, ҡоҫтора башлау менән, иң тәүҙә ботулизм хаҡында иҫләү кәрәк. Күптәр ошо мәлдә баш әйләнеүенә йә ауыртыуына, ауыҙ кибеүенә зарлана. Тән температураһы һирәк осраҡта ғына күтәрелә. Аяҡ-ҡулдарҙың “хәле бөтә”.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ:
Былар мөһим: