Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
10 Июль 2025, 14:58

Заман афәте һеҙҙе урап үтһен

Ул ваҡыттан һуң байтаҡ ғүмер уҙҙы. Был егеттең яҙмышы тураһында хәбәрҙар түгелмен, әммә ул үҙе шул ваҡытта уҡ ошо аҙымға баҫыуына ныҡ үкенә ине...    

Заман афәте һеҙҙе урап үтһен
Заман афәте һеҙҙе урап үтһен

“Битарафлыҡ, вайымһыҙлыҡ, маҡсатһыҙлыҡ, яҡындарымдың әйткәненә ҡолаҡ һалмау һөҙөмтәһендә “аҡ үлем” тоҙағына эләктем”,  –  тигәйне әллә күпме йыл элек республикала үткәрелгән рейдтарҙың береһендә Фәрит исемле егет. Ул ваҡыттан һуң байтаҡ ғүмер уҙҙы. Был егеттең яҙмышы тураһында хәбәрҙар түгелмен, әммә ул үҙе шул ваҡытта уҡ ошо аҙымға баҫыуына ныҡ үкенә ине, сөнки наркомания “тоҙағы”нан  ҡотолоуы бик ауыр.

Тәүге билдәләрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ

Наркомания – психоактив матдәгә тыйып торғоһоҙ ынтылыш булыуы. Уның төп билдәһе: наркотикка күнегеү, уны ҡулланыу бәйлелек – сираттағы доза булмағанда  “ломка” башланыуы. Алкоголь һәм тәмәке шулай уҡ психоактив матдәләргә ҡарай, әммә юридик яҡтан наркотик булып иҫәпләнмәй.

Шул хаҡта оноторға ярамай: барлыҡ психоактив матдәләр  – ағыу, мейенең күҙәнәктәре һәләк булыуы арҡаһында наркомандың фекерләүе боҙола, интеллекты түбәнәйә, хәтере насарлана. Был алама ғәҙәт кеше психикаһын үҙгәртә, уның хәрәкәт итеүе боҙола, хис-тойғолары ярлылана. Организмдағы бөтә ағыуҙар бауыр тарафынан зарарһыҙландырыла, наркотиктар уның күҙәнәктәрен һәләк итә һәм циррозға килтерә. Бынан тыш, уртаҡ энәләрҙән файҙаланыу һәм гигиена ҡағиҙәләрен үтәмәү арҡаһында наркомандар йыш ҡына бер-береһенә В һәм С гепатитын, сифилис һәм ВИЧ-инфекцияһын йоҡтора.

Был насар ғәҙәткә йәштәр бигерәк тиҙ бирешә. Улар наркотик ҡорбанына әүерелмәһен өсөн төрлө саралар күреү зарур, иң тәү сиратта ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы сәләмәт тормош алып барыуға йәлеп итеү мөһим. Статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалһаҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, наркомандарҙың күпселеген 35 йәшкә тиклемге йәштәр тәшкил итә. Был – йәмғиәттең афәткә эләгеү хәүефе янаған иң “көсһөҙ өлөшө”. Ҡыҙҙар һәм егеттәр үҙҙәренең тоҙаҡҡа нисек эләгеүен һиҙмәй ҙә ҡала. Һөҙөмтәлә үҙҙәренең “өлкәнәйеүен”, бер кемдән дә кәм йәки бәйле булмауын раҫлау өсөн иптәштәре араһында ымһындырғыс ағыуҙы тәмләргә ашыға.  

Үҫмерҙәр араһында енәйәт осраҡтары артҡан

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр Башҡортостанда үҫмерҙәр, унан алдағы йылға ҡарағанда, 13,7 процентҡа күберәк енәйәт ҡылған. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡта 20 йәшлек курьер ҡулға алынған. Ул мессенджерҙа эш тапҡан – хәшиштең ҙур партияһын һатырға уйлаған. Уның бер нисә дозаһын тартып алғандар, өйөндә 70 грамдан күберәк наркотик, электрон үлсәү, банк картаһы, төрөү өсөн ҡапсыҡтар табылған.

Бәлиғ булмағандар эше буйынса подразделениеның иҫәбендә – 3568 үҫмер. 2023 йыл менән сағыштырғанда, 1398-гә күберәк. Күбеһе төрлө төркөмдәрҙә тора. 

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Полицияның участка уполномоченныйҙары һәм бәлиғ булмағандарҙың эштәре буйынса подразделениелары идаралығы етәксеһе Константин Павленконың хәбәр итеүенсә, наркотик һатыусы йәштәр үҙҙәре уны ҡуллана һалмай, ҡулға алынғандар араһынан икәү генә шулай эшләгән. Башлыса табыш алырға теләүҙәре, үҙҙәренә күп аҡса түләргә вәғәҙәләүҙәре тураһында һөйләгәндәр.

Былтыр урта махсус белем биреү ойошмаларында белем алыусылар 432 енәйәт ҡылған. Был, унан алдағы йыл менән сағыштырғанда, 90 осраҡҡа күберәк. Былар, нигеҙҙә, урлашыу, наркотиктар, кеше ғүмерен ҡыйырға тырышыу, көсләү, юл-транспорт фажиғәһе, йәмәғәт хәүефһеҙлеген боҙоу.

Үҫмерҙәр араһында енәйәт ҡылыу осраҡтары Өфө ҡалаһының Калинин, Октябрьский, Совет, Орджоникидзе райондарында, Октябрьский һәм Салауат ҡалаларында, Архангел, Дыуан, Йәрмәкәй, Нуриман һәм Федоровка райондарында артҡан.

Һәр ата-әсәне түбәндәгеләр һағайтырға тейеш:

*наркоман үҙенең күпселек социаль бәйләнештәренән ҡолаҡ ҡаға;

*элекке дуҫтары шәхес булараҡ юҡҡа сыға барған  иптәшенән ситкә тайпыла башлай;

*баланың мәнфәғәттәре ҡырҡа айырыла бара;

*уҡыуға, белем алыуға теләге кәмей.

 Наркотик ҡулланыу бик тиҙ үлемгә алып килә. Әгәр ҙә үҫмер наркотик ҡуллана башлаған икән, уны тиҙерәк медицина ойошмаһына килтерергә һәм бәйлелектән ҡотолдороу сараһын күрергә кәрәк. Кешеләр наркотик ҡулланыуҙың хәүефе, енәйәт яуаплылығы тураһында мәғлүмәтле булырға тейеш.

Наркотиктарҙың кешегә кире йоғонтоһо:

*мейенең күҙәнәктәре һәләк булыуы арҡаһында наркомандың фекерләүе боҙола;

*интеллекты түбәнәйә, хәтере насарая;

*наркотиктар психиканы үҙгәртә, хәрәкәт боҙола, хис-тойғо ярлылана;

*организмдағы бөтә ағыуҙар бауыр тарафынан зарарһыҙландырыла, наркотиктар уның күҙәнәктәрен һәләк итә һәм циррозға килтерә;

*уртаҡ энәләрҙән файҙаланыу һәм гигиена ҡағиҙәләрен үтәмәү арҡаһында наркомандар йыш ҡына бер-береһенә В һәм С гепатиттарын, сифилис һәм ВИЧ-инфекцияһын йоҡтора.

Наркомандарҙың күпселеген йәштәр тәшкил итә. Наркотиктар һатып алыу теләге уларҙы енәйәт юлына баҫтыра.

Белгес кәңәшенә ҡолаҡ һалығыҙ

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш белгесе, психиатр-нарколог Татьяна Николаевна Старостина республикала наркоманлыҡты булдырмау, уның таралыуына юл ҡуймау, кемгә мөрәжәғәт итеү, йәмғиәт һаулығын һаҡлау һәм башҡалар тураһындағы лекциялар менән мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында һәм башҡа ойошмаларҙа сығыш яһалыуҙары тураһында хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, республикала иҫкәртеү кабинеттары бар. “Уларға барыуҙан, наркологтарға мөрәжәғәт итеүҙән ҡурҡырға ярамай. Наркоманлыҡ – ул хроник сир. Уның бөтөп тә ҡайтанан килеп  сығыу осраҡтары бар, шуға күрә бындай ауырыуға дусар булғандар наркологта даими күҙәтелергә тейеш”,  – тине табип.

Наркотиктар кешенең нервы системаһына, аңына кире йоғонто яһай. Уларҙың бар төрө лә кеше мейеһендәге психик процестарҙа ҡатнаша, уны үҙгәртә һәм бәйлелеккә килтерә. Һөҙөмтәлә кешенең даими рәүештә психоактив матдәләрҙе ҡабул итеү теләге барлыҡҡа килә.

Өҫтәүенә, наркотиктар, кешенең нервыларынан тыш, психик һәм физик системаһына кире йоғонто яһай. Ғөмүмән, улар кеше сәләмәтлеген ҡаҡшата һәм бөтөрә. Наркотик ҡулланған кешелә психоактив матдәләргә ныҡлы бәйлелек барлыҡҡа килә.

Наркотиктарға өйрәнеү, дозаны арттырыу һәм уны ҡабул итеү аралығын йышайтыу, физик бәйлелек – абстинент синдром йәки “ломка” осрағы – наркоманлыҡтың төп билдәләре. 

Ғүмер бер генә, үҙегеҙҙең, яҡындарығыҙҙың һаулығына, яҙмышына битараф булмағыҙ.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор: Гулиза Хафизова
Читайте нас