Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
7 Июль 2025, 12:05

Мутлашыусыларҙан һаҡ булығыҙ!

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте өфөләрҙең финанс аферистарына ҡаршы торорға өйрәнеүе, финанс белемдең күтәрелеүе тураһында хәбәр итә. Ҡала халҡы мутлашыусыларҙы шылтыратыуҙарынан айыра һәм уларҙың енәйәт схемаларын йышыраҡ асыҡлай башлаған. Полиция тарафынан теркәлгән һуңғы осраҡтар ошо хаҡта һөйләй.

Мәҫәлән, 77 йәшлек пенсионерға үҙҙәрен электр энергияһы хеҙмәткәрҙәре тип танытҡан мутлашыусылар шылтырата. Улар ҡатындан миллион һумға яҡын аҡса алырға маташа, әммә банк хеҙмәткәрҙәренең уяулығы, оператив эшмәкәрлеге арҡаһында оло йәштәге ҡатын аҡсаһын һаҡлап ҡала ала.

"Банк хеҙмәткәре"нең шылтыратыуынан аптырап ҡалған тағы бер 77 йәшлек ҡатын 400 мең һум аҡсаһын күсерергә банкомат янында торған була. Бәхеткә күрә, сиратта тороусы 34 йәшлек ҡатын хәлде аңлап ҡала һәм шунда уҡ полиция саҡыра.

Йәнә бер осраҡта мутлашыусылар 83 йәшлек ҡатынға кеҫә телефоны операторы булып шылтыратып, килешеүҙе оҙайтыу өсөн аҡса түләү мотлаҡ икәненә ышандыралар. Банктан 640 мең һум аҡсаһын алырға килгән ҡатындан шикләнеп, банк хеҙмәткәре ҙур сумманы өс көн эсендә генә алыу мөмкинлеген әйтә. Был арала улы менән кәңәшләшеп өлгөргән ҡатын үҙенең мутлашыусылар тоҙағына эләгеүен аңлай.

Бөтә осраҡтар ҙа Өфөлә финанс аферистарға ҡаршы һөҙөмтәле эш алып барылыуы, хоҡуҡ һаҡлау органдарының ғына түгел, ә банк хеҙмәткәрҙәренең, ябай кешеләрҙең дә уяу булыуы тураһында һөйләй.  Әле Башҡортостан республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы “Иғтибар! Мутлашыусылар!” акцияһы үткәрә. Шулай уҡ район хакимиәте тарафынан мутлашыуҙы иҫкәртеү тураһында саралар планы ҡабул ителде. Уға ярашлы халыҡ араһында, хеҙмәт коллетивтарында аңлатыу эштәре алып барыласаҡ.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: банктарҙың һәм дәүләт учреждениеларының хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да аҡса күсереүҙе йәки шәхси мәғлүмәттәрҙе телефон аша хәбәр итеүҙе һорамай. Ошо юҫыҡта оло йәштәге туғандарығыҙ, яҡындарығыҙ менән аңлатыу әңгәмәләре үткәреү мөһим. Сөнки йыш ҡына оло йәштәгеләр уларҙың тоҙағына әйләнә. Һәр кемдең уяулығы үҙенең генә түгел, ә яҡындарының да аҡсаһын һаҡлап ҡалырға мөмкин. 

Автор: А. Уразаева.
Читайте нас