Һуңғы алты ай эсендә районда 32 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Былтырға ҡарағанда 7-әүгә кәмерәк. Уларҙа 2 кеше үлгән, 1 кеше тән йәрәхәттәре алған. Берәүһендә водителдең эскән килеш транспорт менән идара итеүе асыҡланған.
Йыл башынан 1330 ҡағиҙә боҙоу теркәлгән, шуларҙың 51 осрағы – эскән килеш транспорт менән идара итеү. Был осраҡта закон буйынса 1,5-2 йылға тиклем водитель таныҡлығынан мәхрүм итеү ҡарала. Былтырғы һандар менән сағыштырғанда, хәл үҙгәргән - күрһәткестәр үткән йылға ҡарағанда түбәнерәк.
8 кеше эскән килеш руль артына ҡабатлап ултырып тотолған, уларға ҡарата енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.
Транспорт саралары менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән һәм административ язаға дусар ителгән (хөкөм ителгән) 4 кеше транспорт сараһы менән идара итеүе өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырылған.
Районда төп проблемаларҙың береһе - теркәлмәгән транспорт (99 осраҡ) менән идара итеүселәр. Водитель таныҡлығы булмаған килеш руль артында йөрөүселәр – 88. Үткән йылға ҡарағанда артыуға бара. Автомобилдә балаларҙы махсус креслоһыҙ йөрөтөү – 28 осраҡ (былтыр - 56). Автомобиль тәҙрәләренә тонировка ҡуйған 75 водитель теркәлгән.
Йәйге осор автомобилдә йөрөүселәр өсөн генә түгел, йәйәүлеләр өсөн дә хәүефле миҙгел – юлдарҙа мопед, мотоциклдарҙа йөрөүсе йәштәр, үҫмерҙәр күбәйә.
Водитель таныҡлығы булмаған кешегә транспорт сараһы менән идара итеү хоҡуғын биргән - 20, 16-18 йәштәрҙәге бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында 43 ҡағиҙә боҙоу осрағы асыҡланған, 36 мототехника штраф туҡталҡаһына ябылған.
Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре инициативаһы менән 22 ата-әсә РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 5.35 статьяһы (ата-әсәләрҙең (йәки законлы вәкилдәрҙең) бәлиғ булмағандарҙы ҡарау һәм тәрбиәләү буйынса бурыстарын үтәмәүе) буйынса яуаплылыҡҡа йәлеп ителгән.
Автоинспекция хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусы йәйәүлеләр, бигерәк тә тейеш булмаған урында юл аша сығыусылар, автомобиль юлында юл-транспорт ваҡиғаһы тыуҙырып йөрөүселәр бихисап.
Юлдарығыҙ имен һәм хәүефһеҙ булһын.