Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы республика юлдарында хәүефһеҙлекте күҙәтеүен дауам итә. Үкенескә күрә, руль артында ултырған иҫерек водителдәр - һирәк күренеш түгел.
Республиканың дәүләт автоинспекцияһы начальнигы Владимир Севастьянов ошо хаҡта иҫкәртә:
- Бөтәһе лә алкоголдең юл-транспорт фажиғәләренең иң йыш осраған сәбәптәренең береһе булыуын белә, шуға күрә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең күпме автомобиль һәләкәтенә юл ҡуймауын иҫәпләү ҡыйын түгел. Эскән водитель юлда иғтибарһыҙ ҡала, уның алыҫлыҡ тойғоһо насарая, хәрәкәттәр координацияһы түбәнәйә, организмы көсһөҙләнә һәм тиҙ дөрөҫ ҡарар ҡабул итеүе ауыр. Иҫерек водитель – ғүмер өсөн хәүеф, – тип яҙҙы ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика буйынса эске эштәр министрлығының Ышаныс телефоны эшләй: 8 (347) 279-32-92.