Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
17 Апрель 2025, 11:00

Юл ҡағиҙәләрен белеп үҫһендәр

Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлексәһенең Дәүләт автоинспекцияһы инспекторы, полицияның өлкән лейтенанты Ләйсән Алтыншина балалар баҡсаһы, мәктәп уҡыусылары менән «Балалар, юлда һаҡ булығыҙ!» тигән темаға осрашыу үткәрҙе.

Юл ҡағиҙәләрен белеп үҫһендәр
Юл ҡағиҙәләрен белеп үҫһендәр

Кескәйҙәргә ул өҫ кейемендә булырға тейешле яҡтыртыусы элементтарҙың әһәмиәте тураһында һөйләне, ә уҡыусылар менән юлда йөрөү ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙөләр.

Хөрмәтле ата-әсәләр, түбәндәге ҡағиҙәләрҙе балаларығыҙға даими иҫтәренә төшөрөп тороғоҙ.

  1. Фәҡат тротуар буйлап ҡына бар, бер ҡасан да машина юлынан йөрөмә.
  2. Юл аша тейешле урындан ғына сыҡ һәм һис ҡасан рөхсәт ителмәгән урындан атлап сыҡма.
  3. Урам аша светофорҙың бары тик йәшел уты янғанда ғына сығырға ярай һәм һис тә ҡығыл утҡа ҡаршы сығырға ярамай.
  4. Машина юлынан һәр ваҡыт ситтәрәк булырға тырыш, сөнки берәй машина яңылыш тротуар өлөшөнә менергә мөмкин.
  5. Йәшел ут янғас та шунда уҡ юл аша сығырға ашыҡма, сөнки берәй автомобиль туҡтап өлгөрмәҫкә мөмкин. Шуға күрә көтөп тор, барлыҡ машиналар һәм мотоциклдар туҡтағанына ышан, ә һуңынан тыныс ҡына сыҡ.
  6. Юл аша кешеләр төркөмө менән сығырға тырыш, бергә барғанда күпкә ҡурҡынысһызыраҡ.
  7. 14 йәше тулмаған балаларға машина юлынан велосипедта йөрөү тыйыла.
  8. Тротуарҙа кескәйҙәргә генә балалар велосипедында йөрөргә рөхсәт ителә.
  9. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре велосипед рулен тотмайса йөрөүҙе тыя.
  10. Велосипедта бер кемде лә рам өҫтөнө йәки багажникка ултыртып йөрөмә.
  11. Машинаға тротуар яғынан ултырырға һәм, машина бөтөнләй туҡтағас ҡына, тротуар яғындағы ишектән төшөргә кәрәк.
  12. Машина китеп барғанда, ишеген асырга ярамай.
  13. Йәмәғәт транспортында барғанда, ишеккә һөйәлмә.
  14. Әгәр эйәһеҙ ҡалған сумка, пакет йәиһә башҡа әйберҙәр күрһәң, был хаҡта транспорт йөрөтөүсегә хәбәр ит
Юл ҡағиҙәләрен белеп үҫһендәр
Юл ҡағиҙәләрен белеп үҫһендәр
Юл ҡағиҙәләрен белеп үҫһендәр
Автор: Г. Хафизова әҙерләне
Читайте нас