Тәфтиш-оператив төркөм хеҙмәткәрҙәре түбәндәгеләрҙе асыҡлаған:
Б.-ға «Ватсап» мессенджеры аша үҙен Пенсия фонды хеҙмәткәре булып таныштырған ирҙән аудиошылтыратыу килә. Ул гр. Б.-ға уның пенсия стажының дөрөҫ иҫәпләнмәүен, индексация үткәрергә кәрәклеген “аңлата” һәм алдағы көндәрҙә Пенсия фондына барырға кәрәклеген әйтә. Пенсия фондына мөрәжәғәт итеү өсөн талон алырға, ә талонды алыу өсөн телефонға смс хәбәр менән килгән кодты әйтергә кәрәк була.
Гражданин Б. уға ышанып, кодты әйтә һәм 2 минут тирәһенән һуң уға тағы бер шылтыратыу була. Видеобәйләнеш аша сыҡҡан кеше үҙен ФСБ хеҙмәткәре тип алдай, ялған таныҡлығын күрһәтә һәм унан алда ғына Б.-ға мутлашыусылар шылтыратыуын, аҡса урларға маташыуын һөйләй, уларҙан һаҡланыу өсөн аҡсаны икенсе хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә күндерә. Шулай итеп, Б. мутлашыусыларҙың йоғонтоһо аҫтында үҙенең банк иҫәбендә ятҡан 250 мең һум аҡсаһын уларға күсерә.
Унан һуң Б.-ны 600 000 һумға кредит алырға өгөтләйҙәр. Ошо мәлдә Б. мутлашыусылар ҡулына эләккәнен аңлай һәм А. туғанына шылтырата. А. үҙ сиратында Эске эштәр министрлығының Бөрйән районындағы бүлексәһенә мөрәжәғәт итә.
"Хөрмәтле райондаштар!
Һеҙҙе уяу булырға, мутлашыусыларҙың хәйләләренә бирешмәҫкә саҡырабыҙ! Таныш булмаған номерҙарҙан шылтыратыуҙарға яуап бирмәгеҙ! әгәр һөйләшеүҙәр финанс мәсьәләләренә ҡағылһа, шунда уҡ һөйләшеүҙе туҡтатығыҙ, хистәргә бирелеп, тиҙ ҡарар ҡабул итергә ашыҡмағыҙ, мәғлүмәтте тикшерегеҙ йәки яҡын туғандарығыҙға мөрәжәғәт итегеҙ! Таныш булмаған номерҙарға кире шылтыратмағыҙ, банк карталары мәғлүмәттәрен, кодты бер кемгә лә бирмәгеҙ! Хәбәрҙәрҙең кемдән килеүен иғтибар менән тикшерегеҙ.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, мутлашыусылар менән көрәшеүҙең иң яҡшы ысулы - туғандарығыҙ, яҡындарығыҙ, коллегаларығыҙ һәм башҡалар менән иҫкәртеү әңгәмәһе", тип белдерә Эске эштәр министрлығының Бөрйән районындағы бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре.