Хәүефһеҙлек
27 Март 2025, 10:05

Наркоманияға ҡаршы бергәләп

Бөгөн наркомания проблемаһы һәр беребеҙгә ҡағылырға мөмкин. Беҙ уның тураһында йышыраҡ һөйләйбеҙ, матбуғатта уҡыйбыҙ, Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында наркотиктар ҡулланыу һөҙөмтәһендә булған фажиғәләр тураһында ишетәбеҙ. Көсөргәнешлек, стресс хәлдәренең артыуы, билдәһеҙлек, тотороҡһоҙлоҡ йәш быуында асоциаль тәртип формаларын – наркотик матдәләрҙе ҡулланыуға килтерә. Быларҙы булдырмау өсөн иҫкәртеү саралары уҙғарыу мөһим.

Наркоманияға ҡаршы бергәләпНаркоманияға ҡаршы бергәләп
Наркоманияға ҡаршы бергәләп

Иҫкәртеү сараларының береһе булып Бөрйән районы хакимиәтенең наркотиктарға ҡаршы комиссияһы ултырышы үтте.

Уны район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Венера Вәлиева алып барҙы. Ултырыш эшендә һаулыҡ һаҡлау, мәғариф өлкәһе, социаль һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге, хоҡуҡ һаҡлау органдары, урындағы матбуғат, бәлиғ булмағандар эше һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау комиссияһы вәкилдәре ҡатнашты.

Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы бүлексәһенең енәйәт эҙләү бүлеге начальнигы Динар Билалов 2024 йыл дауамында һәм 2025 йыл башында районда наркоманияға бәйле хәлдәр һәм наркотик матдәләрҙең законһыҙ әйләнешенә ҡаршы башҡарылған саралар, Бөрйән районы биләмәһендә наркотиктарҙың һәм психотроп матдәләрҙең законһыҙ әйләнешенә ҡаршы тороу буйынса алып барған эштәре тураһында һөйләне. 2024 йылда районда наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше буйынса 1 енәйәт эше булған. Учетта торған 5 наркотик ҡулланған кешегә диагностика һәм социаль реабилитация үтеү буйынса яуаплылыҡ һалынған. Уларҙың береһе махсус хәрби операция биләмәһендә, икәүһе райондан ситтә йәшәй. Районда алдан наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше буйынса хөкөм ителгән 18 кеше йәшәй. Үткән йылда Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы бүлексәһендә наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше буйынса енәйәт эштәре булмаған. Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында Кодексының 6.9–сы статьяһының 1-се өлөшө (наркотиктар йәки психотроп матдәләрҙе табип тәғәйенләмәйенсә йәки яңы потенциаль хәүефле психоактив матдәләр ҡулланыу) буйынса - 4,  6.9.1 –се статьяһы (наркотик ҡулланыуға бәйле диагностика, дауаланыу һәм социаль реабилитация үтеүҙән тайпылыу) буйынса административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 1 протокол төҙөлгән. 2025 йылда Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы бүлексәһе инициативаһы менән Бөрйән район үҙәк дауаханаһында 5 кеше тикшерелгән. Ағымдағы йылда наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше буйынса енәйәт эштәре асылмаған һәм административ хоҡуҡ боҙоуҙар ҙа теркәлмәгән.

Район мәғариф бүлеге етәксеһе Гөлназ Ғәлләмова уҡыусыларҙың социаль - психологик тест һөҙөмтәләре тураһында сығыш яһаны. Тестлауҙың төп маҡсаты - үҫмерҙәрҙең наркотиктар һәм психотроп матдәләр ҡулланыуға ынтылышын өйрәнеү. Уҡыусыларҙы тестлау ирекле нигеҙҙә үткәрелә, үткәрер алдынан ата-әсәләрҙең йәки законлы вәкилдәренең яҙма ризалығы алына. Был ун биш йәшкә тиклемге балаларға ҡағыла. Тикшереүҙә 7-11 класс уҡыусылары ҡатнаша. 2024 йылда бөтәһе 883 уҡыусы тест үткән. Тест һөҙөмтәләре буйынса 148 бала хәүеф төркөмөнә эләккән, уларҙың 35-е юғары хәүеф зонаһында тора. Социаль-психологик тест һөҙөмтәләре буйынса наркотиктарҙы һәм психотроп матдәләрҙе медицина тәғәйенләнешенән тыш ҡулланыуҙы иртәрәк асыҡлау өсөн ирекле медицина тесты үткәреләсәк.

Социаль сәйәсәт, йәштәр эштәре һәм спорт бүлеге начальнигы Ирек Шәмиғолов наркоманияны, алкоголь эсемлектәр ҡулланыу һәм тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү маҡсатында балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығында 2024-2025 йылдарҙа ҡышҡы осорҙа үткән спорт саралары менән таныштырҙы.

2024 йылда үткән 14 ярышта бөтәһе 750 кеше ҡатнашҡан. Быйылғы йыл башынан спорт бүлеге тарафынан район, зона һәм республика кимәлендә йәштәр һәм мәктәп уҡыусылары ҡатнашлығында (бөтәһе 2230-ҙан ашыу кеше, шул иҫәптән 1374 уҡыусы) 35 ярыш үткәрелгән. Сараларҙың төп маҡсаты - үҫеп килеүсе йәш быуынды насар ғәҙәттәрҙән аралау һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау. Район буйынса бөтәһе 153 бала төрлө спорт сараларында әүҙем ҡатнаша. Был йәһәттән “Мәсем” йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы ветерандар ойошмалары менән берлектә уҡыусылар һәм студенттар араһында даими рәүештә профилактик саралар үткәреп тора.

Ултырышта бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияның яуаплы секретары Флүзә Ҡаһарманова, Бөрйән район үҙәк дауаханаһы наркологы Булат Сәитбаталов сығыш яһаны.

Комиссия тарафынан Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлегенә наркотиктарҙың һәм психотроп матдәләрҙең законһыҙ әйләнеше өлкәһендә енәйәттәр таралыуына ҡаршы тороу буйынса эште дауам итеү, мәғариф учреждениеларына йәштәргә наркотик һәм психотроп матдәләр ҡулланыуҙың кеше һаулығы өсөн эҙемтәләре, шулай уҡ уларҙы ҡулланыу өсөн яуаплылыҡ тураһында мәғлүмәт биреүгә йүнәлтелгән тәрбиәүи эштәрҙе көсәйтеү, социаль сәйәсәт, йәштәр эштәре һәм спорт бүлегенә балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү буйынса эште дауам итергә, “Мәсем” йәштәр һәм үҫмерҙәр клубына 2025 йыл дауамында балалар һәм йәштәр араһында спорт саралары һәм тематик викториналар, шул иҫәптән наркотиктарға ҡаршы айлыҡ үткәреү бурысы ҡуйылды.

 

Наркоманияға ҡаршы бергәләп
Наркоманияға ҡаршы бергәләп
Наркоманияға ҡаршы бергәләп
Наркоманияға ҡаршы бергәләп
Автор:Р. БАЙЫМОВ
Читайте нас