Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
27 Ғинуар , 15:45

Ял көндәрендә Башҡортостанда йәшәүселәр телефон бурҙарын 8 миллион һумға байытҡ

Телефондағы тауыш, пенсияғыҙҙы ҡайтанан иҫәпләү кәрәк, сөнки иҫәпкә алынмаған хеҙмәт йылдарығыҙ асыҡланды, тигән һәм ирҙән телефонына килгән СМС-кодты әйтеүен һораған. “Белгес”кә ышанып, ир уның әйткәндәрен үтәгән.

Ял  көндәрендә Башҡортостанда йәшәүселәр телефон бурҙарын 8 миллион һумға байытҡ
Ял көндәрендә Башҡортостанда йәшәүселәр телефон бурҙарын 8 миллион һумға байытҡ

Үткән ялдарҙа республиканың эске эштәр органдарының дежур бүлектәренә мутлашыуҙар тураһында 28 шылтыратыу булған.

Салауат ҡалаһында булған хәл.

Полицияға 60 йәшлек ир мөрәжәғәт иткән. Мессенджерҙарының береһе аша уға, йәнәһе лә, Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәренән шылтыратыу булған.

Телефондағы тауыш, пенсияғыҙҙы ҡайтанан иҫәпләү кәрәк, сөнки иҫәпкә алынмаған хеҙмәт йылдарығыҙ асыҡланды, тигән һәм ирҙән телефонына килгән СМС-кодты әйтеүен һораған. “Белгес”кә ышанып, ир уның әйткәндәрен үтәгән.

Һуңғараҡ ир менән “банк вәкилдәре” бәйләнешкә сыҡҡан һәм, йәнәһе лә, билдәһеҙ кешеләр уның исеменә кредит алырға маташа, тип белдергәндәр. Был шикле “операцияны” булдырмаҫ өсөн яман ниәт менән эш итеүселәр зыян күреүсене үҙенең барлыҡ аҡсаларын “хәүефһеҙ иҫәп”кә күсереп ҡуйырға кәрәклегенә ышандырғандар.

Бурҙарҙың ҡорбаны уларға 3 миллион һум самаһы аҡсаһын күсергән. Ирҙең 2 миллион 500 мең һум үҙенең йыйынтыҡ аҡсаһы булған, тағы ла 450 мең кредит алдырғандар.

Еңел аҡса эшләргә теләүселәр тоҙаҡтың һәр төрөн уйлап табып ҡына тора. Уяу булайыҡ!

Телефонығыҙға килгән СМС-кодты бер кемгә лә әйтмәгеҙ! “Хәүефһеҙ иҫәп” (безопасный счет”) – ул бурҙарҙың төпһөҙ кеҫәһе! Шуны онотмайыҡ!

"Башинформ"мәғлүмәттәре файҙаланылды.

Фото:Ксения Калинина

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: