26 ноябрҙә Иҫке Собханғол ауыл биләмәһендә янғын хәүефһеҙлеген иҫкәртеү буйынса рейд үтте. Унда район хакимиәтенең опека һәм попечителлек бүлеге етәксеһе А. Вәхитова, Иҫке Собханғол ауыл хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Г. Бураншина, Ғаилә хеҙмәте етәксеһе Д. Нәбиуллина һәм 73-сө янғын һағы хеҙмәте вәкиле И. Байморатов ҡатнашты.
Өйҙәр буйлап йөрөү ваҡытында электр үткәргестәрҙең, газ һәм мейес ҡоролмаларының торошона, янғын иҫкәртеү ҡорамалдарының булыу-булмауына айырыуса ҙур иғтибар бирелде. Шулай уҡ янғын хәүефһеҙеге ҡағиҙәләрен үтәү буйынса кәңәштәр әйтелде. Был йылытыу миҙгелендә айырыуса актуаль.
Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә тырышайыҡ, бәлә-ҡазаларға юл ҡуймайыҡ, райондаштар.