-1 °С
Болотло
Дәүләт автоинспекцияһында билдәләүҙәренсә, юл-транспорт ваҡиғаларының төп сәбәптәренең береһе - йәйәүлеләрҙең кейемендә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтарҙың булмауы.
Ә уларҙың булыуы водителдәргә юлда йәйәүлеләрҙе ваҡытында күреү мөмкинлеге бирә. Айырыуса тораҡ пункттарҙан ситтәге юлдарҙа ҡараңғы ваҡытта йәйәүлеләрҙең кейемендә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар булыуы - юл хәрәкәте ҡағиҙәләренең мотлаҡ талабы.
Водитель ҡараңғыла йәки юлды күреү мөмкинлеге сикләнгән шарттарҙа тораҡ пункттарҙан ситтәге юлда туҡтарға мәжбүр булһа йәки юл-транспорт ваҡиғаһына осраһа, яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы материалдан яһалған куртка йәки жилет кейергә тейеш.