Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
30 Сентябрь , 12:35

Пенсионер бурҙарға 1 миллион 270 мең һум аҡсаһын күсергән

Башҡортостан Эске эштәр министрлығы мутлашыуҙарға бәйле осраҡтар хаҡында мәғлүмәт биреүен дауам итә. Һуңғы тәүлектә генә лә республиканың эске эштәр органдарының дежур бүлектәренә мутлашыуҙар тураһында 15 ғариза булған.

Пенсионер бурҙарға 1 миллион 270 мең һум аҡсаһын күсергән
Пенсионер бурҙарға 1 миллион 270 мең һум аҡсаһын күсергән

Мәҫәлән, Өфөлә йәшәүсе 72 йәшлек ир кеше 1 миллион 270 мең һум аҡсаһынан яҙғандан һуң полицияға мөрәжәғәт иткән.

Ғариза биреүсе әйтеүенсә, уға кемдер хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре булып шылтыратҡан һәм  сит илдәргә шикле аҡса күсереүҙәр тураһында хәбәр иткән.

Артабан ирҙе, һинең исемеңә кредит алыуҙары мөмкин һәм үҙ аҡсаларыңды юғалтыуың да ихтимал, тип ҡурҡытҡандар. Бурҙар шул рәүешле пенсионерҙы үҙенең йыйынтыҡ аҡсаһын “хәүефһеҙ иҫәпкә” (тимәк, бурҙарҙың иҫәбенә) күсерергә күндергәндәр.

Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы хәтерегеҙгә төшөрә: ят номерҙарҙан шылтыратыуҙарға бик иғтибарлы булығыҙ! Айырыуса һеҙгә төрлө платформаларҙа тиҙ арала һәм бик ныҡ файҙалы булған пассив килем тәҡдим иткән брокерҙарҙан һәм трейдерҙарҙан һаҡ булығыҙ!

Шылтыратыусыларҙың баҫымы аҫтында кредит алып, инвестицияларға һалмағыҙ – аҡсаларығыҙ туранан-тура бурҙарҙың кеҫәһенә китәсәк. Был эште белгән һәм ышаныслы кешеләр менән кәңәшләшегеҙ.

Тиҙ аҡса эшләү тураһында көтөлмәгән тәҡдимдәрҙән баш тартығыҙ. Улар – бурҙар! Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!

"Башинформ" мәғлүмәттәре нигеҙендә әҙерләнде.

 

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: