+1 °С
Болотло
Яңауыл районында 49 йәшлек ир полицияға мөрәжәғәт иткән. Ул мутлашыусыны эҙләүҙе һораған. Яҡташыбыҙ интернетта тиҙ генә аҡса эшләү тураһында иғлан тапҡан. Бер аҙҙан уға үҙен хеҙмәткәрҙәр йыйыу буйынса менеджер тип таныштырған кеше шылтыратҡан.
Аферист кафеға йәлеп иткән өсөн аҡса түләргә вәғәҙәләгән. Бының өсөн билдәле мессенджерҙа һылтанмалар буйынса күсеп, «лайк» ҡына ҡуйырға кәрәк булған. Һуңынан асыҡланыуынса, мутлашыусылар шул рәүешле үҙҙәре аҡса эшләгән, улар аҡса күсереү юлы менән 925 мең һум урлаған.