Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
24 Сентябрь , 15:15

Бурҙарға ышанып, фатирһыҙ ҡалған

Мутлашыусылар Өфөлә йәшәүсе ханымды уның исеменә ҙур кредит алынған тип ышандырып, аҡсаларҙы ҡотҡарыр өсөн фатирын һатырға тәҡдим иткәндәр.

Бурҙарға ышанып, фатирһыҙ ҡалған
Бурҙарға ышанып, фатирһыҙ ҡалған

Август урталарында Өфөлә йәшәүсе 71 йәшлек ҡатынға билдәһеҙ кешелер шылтырата башлай. Улар үҙҙәрен төрлө ойошмаларҙың хеҙмәткәрҙәре тип таныштыралар. Шылтыратыусылар пенсионеркаға аҡсаларын, йәнәһе лә, мутлашыусыларҙан һаҡлар өсөн “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсереүен һорайҙар.

Ханым уларҙың әйткәнен үтәй – бер нисә йөҙ мең аҡсаһын тегеләр әйткән иҫәпкә күсерә. Артабан уға уның исеменә 1 миллион һумға кредит документлаштырылыуын әйтәләр. Проблемалар булмаһын өсөн, тип, мутлашыусылар ҡатынға фатирын һатыу-алыу буйынса фиктив килешеү төҙөргә һәм һатыуҙан килгән аҡсаны “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсерергә тәҡдим яһайҙар. Яман ниәт менән эш итеүселәр ханымды фатир уның милке булып ҡала тип ышандырғандар.

Пенсионерка тиҙ арала торлағын 4 миллион һумға һатып ебәрә һәм аҡсаһын банкомат аша мутлашыусыларға күсерә. Үҙен алдағандарын аңлап ҡалғас, полицияға мөрәжәғәт итә.

Мутлашыу факты буйынса РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Полиция бурҙарҙың шәхесен асыҡлау менән шөғөлләнә һәм фатирҙы һатыу буйынса сделканың законға ярашлымы-юҡмы икәнлеген тикшерә.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы халыҡты банк, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренән һәм башҡа дәүләт учрежденелары вәкилдәренән шикле шылтыратыу булғанда ышанмаҫҡа саҡыра. Мутлашыусылар менән әңгәмә ҡороу һәм уларҙың күрһәтмәләрен үтәү тыйыла.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: