Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
19 Сентябрь , 13:15

Республикала вейп һәм кальян тартҡан өсөн штраф индерелде

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары республиканың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексына үҙгәрештәр индерҙе. Хәҙер йәмәғәт урындарында кальян һәм никотинлы продукция тартҡан өсөн штраф янай.

Республикала вейп һәм кальян тартҡан өсөн штраф индерелде
Республикала вейп һәм кальян тартҡан өсөн штраф индерелде

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, йәмәғәт урындарында тәмәке тартҡан өсөн иҫкәртеү яһала йәки 500 һум, ә ҡабаттан закон боҙған өсөн 1000 һум күләмендә штраф һалына.

«Әммә был сараларҙы тәмәке тартыуға ҡарата ғына ҡулланырға мөмкин ине. Бөгөн иһә, айырыуса йәштәр араһында, тәмәкенең башҡа төрҙәре: электрон тәмәкеләр, вейптар һәм башҡалар популярлыҡ яулай бара. Уларҙы ҡулланыусылар, тыйыуға ҡарамаҫтан, тирә-йүндәгеләр янында борҡота. Ҡабул ителгән закон никотинлы продукцияны һәм кальян ҡулланыуҙы тәмәке изделиеларына тиңләй һәм бының өсөн иҫкәртеү йәки штраф янай», —  тине ул.

Закон рәсми баҫылып сыҡҡандан һуң 10 көн үткәс көсөнә инә.

"Башинформ"дан.

 

Автор:
Читайте нас: