Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
17 Сентябрь , 13:40

Эскән килеш руль артына ултырған

Ағымдағы йылдың 7 айы эсендә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлексәһенең тәүтикшереү төркөмө тарафынан РФ Енәйәт Кодексының 264.1 статьяһы буйынса 10 енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Дәүләт автоинспекция хеҙмәткәрҙәренең төп бурысы – юлдарҙа тәртип һаҡлау, авариялар булдырмау маҡсатында водителдәрҙең, йәйүлеләрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүен тәьмин итеү.

Иҫкәртеү саралары үткәрелеүгә, киң мәғлүмәт сараларында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәү ниндәй эҙемтәләргә килтереү ихтималлығы хаҡындағы мәғлүмәттәр баҫылыуға, күрһәтелеүгә ҡарамаҫтан, граждандар хоҡуҡ боҙоуҙарға юл ҡуя, һөҙөмтәлә, уларға енәйәт эштәре асыла.

Ағымдағы йылдың 7 айы эсендә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлексәһенең тәүтикшереү төркөмө тарафынан РФ Енәйәт Кодексының 264.1 статьяһы буйынса 10 енәйәт эше ҡуҙғатылған. Шул иҫәптән РФ Енәйәт Кодексының 264.1 статьяһының 1-се өлөшө буйынса (эскән килеш транспорт сараһы менән идара иткән йәки алкоголь ҡулланыуҙы асыҡлаған медицина тикшереүен үтеүҙә вәкәләтле вазифалы кешенең законлы талаптарын үтәмәгән өсөн административ язаға тарттырылған кешенең эскән килеш ҡабатлап автомобиль йәки башҡа механик транспорт сараһы менән идара итеүе) - 5, 2-се өлөшө буйынса (РФ Енәйәт Кодексының 264-се  статьяһының 2-се, 4-се, 6-сы өлөшөндә ҡаралған енәйәттәрҙе ҡылған өсөн (эскән килеш) хөкөм ителгән кешенең эскән килеш автомобиль йәки башҡа механик транспорт сараһы менән идара итеүе) 5 енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Бындай төр енәйәттәрҙе ир-егеттәр генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡыла. Мәҫәлән, гр. Г. РФ Енәйәт Кодексының 86-сы статьяһы нигеҙендә хөкөм ителгән булһа ла (2024 йылдың 10 июнендә РФ Енәйәт Кодексының 264.1 статьяһының 1-се өлөшө буйынса Башҡортостан Республикаһының Белорет район-ара суды тарафынан хөкөм ителеп, 1 июлдә үҙ көсөнә ингән хөкөм ҡарары буйынса 260 сәғәтлек мәжбүри эштәргә йәлеп ителгән, транспорт сараһы менән идара итеү хоҡуғынан 2 йылға ситләтелгән), ҡабаттан 6 июлдә эскән килеш ВАЗ-2110 автомобиле менән идара иткән ваҡытта юл хәрәкәте хеҙмәткәрҙәре тарафынан туҡтатылған. Тикшереү приборы 0,982 мг/л күрһәткән.

Шулай итеп, гр. Г. эскән килеш енәйәт ҡылып, хөкөм ителгән хәлдә, тағы ла алкоголь ҡулланған килеш автомобиль менән идара иткән, тимәк, РФ Енәйәт Кодексының 264.1 статьяһының 2-се өлөшөндә ҡаралған енәйәтте ҡылған.

Рәсәй Федерацияһы Енәйәт Кодексының 264.1 статьяһы буйынса транспорт саралары тартып алына, суд ҡарары үҙ көсөнә ингәнгә тиклем штраф туҡталҡаһына урынлаштырыла. Транспортты икенсе ҡулдарға тапшырыу йәки һатыу фактын булдырмау маҡсатында транспорт сараһына арест һалына.

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, эскән килеш руль артына ултырмағыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.

 

А. Торсонбаева,

Рәсәй Эске эштәр министрлығының

Бөрйән районы буйынса бүлексәһенең

тәүтикшереү төркөмө начальнигы,

полиция майоры.

Автор:А. Торсонбаева.
Читайте нас: