Ул 19 августа башланды һәм 13 сентябргә тиклем дауам итәсәк.
Дәүләт автоинспекцияһы тарафынан белем биреү учреждениеларында юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса иҫкәртеү эшен ойоштороуға, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге паспорттарының, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса шөғөлләнеү өсөн мөйөштәрҙең һәм майҙансыҡтарҙың булыуына айырыуса иғтибар бүленә.
Ағымдағы йылдың ете айында ғына республикабыҙ юлдарында балалар ҡатнашлығында 189 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 7 бәлиғ булмаған бала һәләк булған һәм 202-һе төрлө дәрәжәләге тән йәрәхәттәре алған. Һеҙгә тағы ла бер тапҡыр мөрәжәғәт итәбеҙ – балаларығыҙға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен иҫтәренә төшөрөп тороғоҙ, урамда, юлда йөрөгәндә хәүефһеҙ маршрут варианттарын өйрәтегеҙ. Сөнки юлда үҙеңде тотоу мәҙәниәте бала саҡтан һалына.
Һәр юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы кеше үҙенең яуаплылыҡ күләмен аңларға тейеш. Йәйәүлеләр ҙә, водителдәр ҙә бәлә-ҡазанан имен булһын, һәр кем үҙ тәңгәлендә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәһен!
Л. Алтыншина, ЮХХДИ инспекторы.