Ҡыуанып ҡына уҡырға барған балалар, уҡытыусылар, ата-әсәләр өс көнгә әсирлеккә эләгә. Ҡот осҡос фажиғәлә 333 кеше һәләк була, шуларҙың 186-һы - балалар...
Бесланда һәләк булғандар, граждандарҙы һәм балаларҙы азат итергә ярҙам иткәндәр иҫтәлегенә “Мәсем” йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы хеҙмәткәрҙәре Иҫке Собханғол, Байназар, Аҫҡар, Кейекбай ауылдарында Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында балалар өсөн “Һаҡ бул - террор!” исемле фәһемле әңгәмә үткәргән.
“Терроризм” һүҙенең мәғәнәһен, уның ниндәй ҡурҡыныс менән янауын аңлатҡандар. Балалар хәүефле осраҡта үҙеңде нисек тотоу, һаҡ булыу ҡағиҙәләрен өйрәнгән.
Әңгәмә барышында балаларға ҡот осҡос фажиғә тураһында видеоролик күрһәтелгән. Бындай фажиғәләр бер ҡасан да ҡабатланмаһын, илдә һәр ваҡыт тыныслыҡ булһын.