Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфө ҡалаһында йәшәүсе ханымдың мессенджерына, йәнәһе лә, банк “хеҙмәткәренән” шылтыратыу килгән.
Уның менән әңгәмә барышында, “банк хеҙмәткәре” әйткәндәрҙе үтәп, ҡатын үҙенең телефонына ҡушымта (приложение) урынлаштыра һәм унда үҙенең исеменән 1,5 миллион һумға кредитҡа ғариза бирелеүен күрә.
Телефон аша мутлашыусы ҡатынға, был аҡсаларҙы тиҙ арала улар күрһәткән иҫәпкә күсерергә кәрәк, тип аңлата. “Банк хеҙмәткәре” әйткәс, ҡатын барыһын да шулай эшләй.
Артабан “яһалма” банк хеҙмәткәре ханым менән тағы телефон аша бәйләнешкә инеп, уның иҫәбенә тағы ла переводтар булыуын һәм уларҙы ла теге иҫәпкә күсерергә кәрәклеген әйткән. Уяулыҡты юғалтҡан ханым бурҙарҙың әйткәндәрен тулыһынса үтәгән.
Тиҙ ышаныусан ҡатын тап булғас, бурҙар ҡара эштәрен дауам итергә булғандар. Улар ханымдың әсәһенең мәғлүмәттәрен һорай башлағандар. Ҡатын шунда ғына телефон бурҙары менән аралашҡанын аңғарып ҡалған һәм бәйләнеште өҙгән... Ләкин аҡсалары елгә осҡан инде...
Башҡортостан Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, үткән ялда республикала йәшәүселәр бурҙарға 6 миллион һумдан артығыраҡ аҡса күсергән.
Хөрмәтле дуҫтар! Телефон аша үҙҙәрен йә банк хеҙмәткәре, йә инвестиция компанияһы вәкиле, йәнә тағы ла әллә ниндәй хеҙмәттәрҙән тип таныштырып, беҙҙең аҡсаларҙы урларға маташыусыларға ышанмайыҡ. Ғөмүмән, банк хеҙмәткәрҙәре кешегә телефон аша шылтыратмайҙар.
("Башинформ" мәғлүмәттәре һәм фотоһы файҙаланылды).